«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



07.09.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Һалым инспекцияһында.
– Һеҙ күпме аҡса алаһығыҙ?
– Бер тин дә.
– Нисек инде? ҡайҙа эшләйһегеҙ һуң?
– Атайымдың контораһында.
– Бына бит! Ә һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ниҙән тора?
– Мин – тотонолған сығымдарҙың бер өлөшө.

* * *
Хәрби комиссариатта.
– Күҙҙәрем алыҫтан бик насар күрә, – ти егет табип­ҡа.
– Борсолмағыҙ, – ти табип, – беҙ һеҙҙе бик ҙур һәм яҡындан ғына күренеп торған подразделениеға ебәрәсәкбеҙ.

* * *
Атаһы бәләкәй ҡыҙын йоҡларға һала. Бер сәғәттән һуң әсәй кеше, һаҡ ҡына ишекте асып:
– Шунан, йоҡлаймы?
– Эйе, әсәй, йоҡлай…

* * *
– Кисә минең өсөн бик ауыр көн булды. Зоопаркта һөйәркәмә бөтә эш хаҡымды биргәнмен, ә ҡатыныма яңылыштан шампан шарабы менән сәскә алып ҡайтҡанмын. Әммә икеһе лә бик бәхетле ине.

* * *
– Һинеңсә, кем яҡшыраҡ яҙа: Агата Кристимы, әллә Дарья Донцовамы?
– Әлбиттә, Агата Кристи. Күптән түгел уның китабынан 100 доллар таптым. Ә Донцованыҡынан бер нәмә лә тапҡаным юҡ.

* * *
– ҡәҙерлем, тиҙерәк кил әле бында. Бына ҡара әле, һыуыҡ тәҙрәбеҙгә нимәләр төшөргән, – ти ире.
– Йә, Хоҙайым, һинең ҡулдарың менән «һин һимеҙ!» тип яҙылған бит, – тип асыулана ҡатыны.
– Юҡсы, мин түгел, ә һыуыҡ…

* * *
– Минең йөрөгән егетем бөтәһенә ҡарағанда ла романтик һәм бик нескә күңелле. Ни өсөнмө? Сөнки яңы ғына алған машинаһының ишегенә ҡаҙау менән йөрәк төшөргәйнем, ул ысынлап иланы.

* * *
Бик ҡыҙыҡлы күҙәтеү: 90 процент ялҡау ир-егет үҙҙәренә һаҡал-мыйыҡ килешә тип һанай.

* * *
Ире ҡатыны менән ни тиклем асыҡтан-асыҡ һөйләшһә, ҡатынының күңелен, ирем минән нимәлер йәшерә, тигән уй тағы ла нығыраҡ борсой.

* * *
Сер – ул бөтәһенә лә айырым, берәмләп һөйләй торған нәмә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға