«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



04.09.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Балағыҙ ниңә шул тиклем ҡысҡыра, нимә теләй ул?
– ҡысҡырырға теләй!

* * *
– Һеҙ китәһегеҙме – Аллаға шөкөр, әллә ҡалаһығыҙмы – Аллам һаҡлаһын!

* * *
– ҡыҙым, ете һигеҙең нисә була?
– Ә беҙ һатабыҙмы, әллә алабыҙмы?

* * *
– Ни өсөн изге кешеләр күберәк һимеҙ, ә уҫалдар бик ябыҡ була икән?
– Сөнки яуызлыҡ кешене быуа һәм бөтә елеген һура.

* * *
Әҙәбиәт уҡытыусыһы уҡыу­сыларға, аҙнаның бөтә көндәрен дә индереп, инша яҙырға ҡуша. Иҙел исемле малай: «Йома көндө атайым балыҡҡа барып, бик күп балыҡ алып ҡайтты. Беҙ ғаиләбеҙ менән уларҙы шәмбе, йәкшәмбе, дүшәмбе, шаршамбы һәм хатта кесе йомала ла ашаныҡ», – тип яҙа.

* * *
– Йәш кеше, һеҙ инде ике тапҡыр кеше ярҙамын файҙаландығыҙ. Бөтәһе лә һеҙҙең һүҙҙе көтөп арып бөттө. Әйтегеҙ инде, «Эйе»ме, әллә «Юҡ»мы?
– Тағы бер тапҡыр ғына дуҫыма шылтыратырға мөмкинме?
– Һеҙ нимә, был бит «Кем миллионер булырға теләй?» тапшырыуы түгел, ә ЗАГС.

* * *
Уңышлы кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ иртән эшкә машинала килә.
Уларҙы уңышһыҙ өйләнгән ирҙәре алып килә.

* * *
Йәш ҡыҙ бер егеткә:
– Һеҙ шундай һөйкөмлө, һеҙҙең менән танышырға буламы? – ти.
– Юҡ, минең ҡыҙым бар инде, ә ҡатыным тураһында әйтеп тә торғом килмәй… – тигән теге.

* * *
Етәксе хеҙмәткәргә:
– Маладис! Кисә бер айлыҡ эште эшләп бөтөргәнһең дә ул.
– Эйе, сөнки кисә көнө буйы интернет эшләмәне…

* * *
– Бер һыҙғырыуым була, – тип маҡтана бер егет, – хәҙер бер төркөм ҡыҙ килеп етәсәк.
– Юҡ, юҡ, һыҙғырма, – ти икенсеһе, – аҡса булмаясаҡ…

* * *
«Кисә ирем сәскә бүләк итте. Бына хәҙер уйға ҡалдым: «Мин үҙемде бик яҡшы тотҡанмынмы, әллә ул үҙе ниндәйҙер насарлыҡ ҡылғанмы?»

* * *
– Һин тик өйҙә генә торасаҡһың. Ана, ашарға бешер, кер йыу, үтеклә, өйҙө йыйыштыр. Мин иҫән саҡта һөйөклө, яратҡан ҡатыным эшләмәйәсәк...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға