«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



31.07.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

ҡатын-ҡыҙ булыу яҡшыраҡ, бер аҙ көйһөҙләнеп алһаң, һинең бөтә нәмәң дә була, ә ир-ат булыу ҡатмарлы. Насар холҡоңдо күрһәтеүең була, һин бер нәмәһеҙ, хатта тәғәм ризыҡһыҙ ҡалаһың.

* * *
Табиптарға ни тиклем һуңыраҡ мөрәжәғәт итһәң, һауығыуыңа ышаныс шул тиклем күберәк буласаҡ.

* * *
– ҡәҙерлем, – ти йәш ҡатын иренә, – мин һиңә бутҡа бешерҙем, ашайһыңмы?
– Эй, һөйөклөм минең, әлбиттә. Ә нимәнән бешер­ҙең?
– Билмәндән.

* * *
Ике эт хужаһы һөйләшә. Береһе:
– Һинең фатирың бик ҡыҫыҡтыр тип уйлайым.
– Эйе, ә ҡайҙан белдең? – тип аптырай икенсеһе.
– Этең ҡойроғон, ғәҙәттәгесә, уңлы-һуңлы түгел, ә аҫҡа-өҫкә болғай бит.

* * *
– Егетем минең буласаҡ ирем хаҡында белгән. Әле икеһе лә миңә килә. Нимә эшләргә, әхирәткәйем, кәңәш бирсе?
– Бәлки, иреңә шылтыратырһың?

* * *
– Мин – 20 йыл бокс, ә ҡатыным 15 йыл кикбоксинг менән шөғөлләнә. Беҙ бер ваҡытта ла әрләшмәйбеҙ. ҡурҡыныс.

* * *
„ҡулымды һәм йөрәгемде бирәм” тигән һүҙҙәр хәҙер бик үк үтемле түгел. Ә яхта менән особняктан, яҡшы машинанан берәү ҙә баш тартмаясаҡ.

* * *
– Мин алтынан һуң ашамайым.
– Ихтыяр көсөң шәп икән!
– Юҡ, алты өлөштө бер юлы нисек ашап бөтмәк кәрәк?

* * *
– ҡатыным менән театрға барҙыҡ, ‒ тигәнгә, береһе лә: ‒”Нимәгә?” – тимәйенсә: „Ни өсөн?” – тип һорайсы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға