«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



17.07.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Шунан, хөрмәтлем, – тип мыҫҡыллы көлөп ҡаршылай төрмә начальнигы яңы ғына хөкөм ителгән ирҙе. – Башыңа араҡы етеп, беҙгә эләктеңме?
– Юҡ, – ти ир, – һыу.
– ?!
– Мин бит һөт комбинаты директоры булып эшләнем.

* * *
– Зыян күреүсе, һеҙгә ташланыусыларҙың берәй аныҡ ҡына ерен хәтерегеҙҙә ҡалдырманығыҙмы?
– Әлбиттә, ҡалдырҙым, – ти ир. – Береһенең баш һөйәге ярыҡ ине, икенсеһенең ике ҡабырғаһы һыныҡ, ә өсөнсөһөнөң инде бөйөрҙәре бик ныҡ төйөлгәйне.

* * *
Ике әхирәт осраша. Береһе:
– Мин ауырлы, – ти.
– ҡайҙан белдең? – ти икенсеһе.
– Табип әйтте.
– Ә кемдән?
– Белмәйем, уныһын әйтмәне…

* * *
– Нимә эшләйһең?
– Мин яратам, һағынам, һине күргем килә. Төштәремә инәһең, һинән башҡа йәшәй алмайым. Ә һин?
– Сосиски ашайым…

* * *
ҡараңғы тыҡрыҡта:
– Эй, әҙәм, беҙҙән тимер-томор һатып алсы...
– Улар миңә ни бысағыма кәрәк?
– Улайһа, тиҙ генә сәғәтеңде, алтын сылбырыңды һал.
– Тимер-томороғоҙ күпме тора һуң?
– Һуңланың, улар һатылмай инде…

* * *
– Милиция штатынан сыҡҡан, әммә әлегә аттестация үтмәгән хеҙмәткәр кем тип атала?
– Милицай.

* * *
Иртәгә иреккә сығырға тейеш камералашынан:
– Киләсәккә пландарың бармы? – тип һорайҙар.
– Әлбиттә, – ти тегеһе. – Миндә ике ҙур банк һәм бер ювелир магазинының планы бар.

* * *
Бурҙы төрмәгә ултырталар. Ул, тәҙрәләге рәшәткәләрҙе күреп, һаҡсынан:
– Ниңә улар кәрәк? – тип һорай.
– Ышаныс өсөн, – ти тегеһе.
– Эй, иҫәрҙәр, – ти бур, – бынан нимә урларға була икән?..







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға