17.07.2012 Иртәгәгә ҡалдырма
Бер балта оҫтаһы йәшәгән. ҡулы бөтә эште лә белгән. Тик ул, нимәгә тотонһа ла, аҙағына еткермәйенсә, иртәгәгә ҡалдырырға яратҡан. Эш ҡушһалар, һәр ваҡыт, ярай, иртәгә эшләрмен, тигән. Йәшерәк сағында: «Өйлән, ваҡыт бит инде», – тиеүселәргә:
– Ярай, иртәгә өйләнермен, – тиер булған. Шулай йәшлеге лә үтеп киткән. Ә эше бик күп булған, йә береһе, йә икенсеһе сығып ҡына торған. Эшләп өлгөргәнен эшләгән, өлгөрмәһә, бик иҫе лә китмәгән, ярай, иртәгә эшләрмен әле, тип ҡул һелтәгән. Шулай ғүмер аҡҡан да аҡҡан. Бер көндө күршеһе үҙенең заказын һорап инһә, теге тағы ла шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлай, ти. Күршеһе түҙмәгән:
– Ни өсөн бөтә нәмәне иртәгәгә ҡалдыраһың? Әле һиңә нисә йәш? Ә бөгөн төндә үлеп китһәң, ҡалған эштәреңде кем эшләр? – тигән. Шунан ир уйға ҡалған.
«Ысынлап та, миңә нисә йәш һуң әле?» – тип иҫәпләй-иҫәпләй, шап итеп ултырғысҡа ултырған да, саҡ аңын юғалтмаған.
– Бәй-бәй, миңә 60 йәш тулған дабаһа. Ғүмер тигәнең ҡалай тиҙ үтеп киткән? – тип бик ныҡ ҡайғырған. Артына ҡараһа, ҡулы алтын булыуға ҡарамаҫтан, атайҙан ҡалған иҫке генә өй, ватыҡ-емерек ҡаралты, эшлектән сыҡҡан кәртә-ҡура, ғаиләһе лә, балалары ла юҡ…
Боронғолар юҡҡа ғына «Бөгөнгөнө иртәгәгә ҡалдырма!», «ҡалған эшкә ҡар яуа», «Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты», «Бөгөн эшләнә торған эште бер ҡасан да киләһе көнгә ҡалдырма» тип әйтмәгән.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.