13.07.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
Хужабикә ҡунаҡҡа килгән әхирәтенә:
– Майҙы икмәгеңә һыла, – ти.
– Рәхмәт, – ти тегеһе, – һылайым.
– Һыла-һыла, – ти һаман хужабикә.
– Һылайым бит инде, әхирәткәйем, рәхмәт.
– Һин һыламайһың, ә киҫәкләп һалаһың, – тигән хужабикә, асыуланып.
* * *
– Ниңә һеҙ кисә эшкә килмәнегеҙ? – ти етәксе.
– Мин килдем, – ти ир, – тик эштә берәү ҙә юҡ ине инде.
* * *
– Ниңә шул тиклем кәйефең шәп?
– Миңә тиҙлекте арттырған өсөн штраф килде. Унда фотоһүрәт тә бар. Мин шул тиклем матур төшкәнмен.
* * *
– ҡатыным өсөн борсолам.
– Ә уның менән нимә булған һуң?
– Унда минең машинам!
* * *
– Һинең буйың күпме?
– 150.
– Бәләкәйһең икән. Ә ауырлығың күпме?
– Ауырлығым әҙерәк, 120 кило ғына.
* * *
Бер ир зыяратта илай:
– Ниңә һин шул тиклем иртә үлдең инде?
Үтеп барыусы:
– Һеҙҙең туғанығыҙмы әллә?
– Юҡ, был минең ҡатынымдың беренсе ире.
* * *
– Күҙеңде был тиклем кем күгәртте?
– Кисә дуҫым туй сәйәхәтенән ҡайтты.
– Шунан?
– Кәләше менән мин таныштырғайным.
* * *
Көслө томан. Руль артында ултырыусы ҡатын алда барған машинаның артынан ғына бара. Шул ваҡытта теге машина ҡапыл туҡтай һәм ҡатын уның артҡы яғына барып бәрелә. ҡатын машинанан төшә лә, иргә ҡысҡыра башлай:
– Нишләп китеп барған ерегеҙҙән ҡапыл туҡтанығыҙ?
– Ғәфү итегеҙ, тик миңә машинамды гаражға индерергә кәрәк ине.