«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Итексе – бейей-бейей, йәш сәсәндәр һөйләй-һөйләй оҫтара



06.07.2012 Итексе – бейей-бейей, йәш сәсәндәр һөйләй-һөйләй оҫтара

Итексе – бейей-бейей, йәш сәсәндәр һөйләй-һөйләй оҫтара
Башҡорт халҡының билдәле эпик әҫәре − «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XIV республика конкурсы Сибай ҡалаһының «Юлдаш» балалар лагерында уҙҙы
Өс көн буйы барған сараға Башҡортостандың төрлө райондарынан бөтәһе 64 команда − 246 бала, уларҙы оҙатып килеүсе педагогтар менән ҡушып иҫәпләгәндә, барлығы 304 кеше йыйылды. Йылдағыса, бәйгене асыу тантанаһы, ҡатнашыу­сылар­ҙың сиратын билдәләүсе йәрәбәнән һуң һәр команда үҙенең таныштырыу сығышын − визиткаһын күрһәтте. Артабан командалар «Урал батыр» эпосының йөкмәткеһенә бәйле викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Бәйгенең төп өлөшөндә уҡыу­сылар эпостан өҙөк һөйләне, һуңынан уны сәхнәләштереп тә күрһәтте. Сығыштарҙың төплө әҙерләнгән булыуы күҙгә ташланды: балалар тырышҡан, махсус сәхнә кейемдәре тегеп, реквизиттар әҙерләп килтергән. Был конкурсты тәүгә күргәс, башҡа йылдар менән сағыштырып әйтә алмайым. Әммә бәйгеселәрҙең әҙерлек кимәле оҡшаны. Бөрйәндәр, мәҫәлән, үҙ ерлегендә киң таралған «Бабсаҡ бей менән Күҫәк бей» эпосынан өҙөк сәхнәләштерҙе.
Жюри ағзаларына килгәндә, улар­ҙың был бәйгегә үҙ ҡараштары бар. Мәҫәлән, филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаев конкурстың йылдан-йыл популярлаша барыуына иғтибар бүлде.
− «Урал батыр» эпосын донъяға еткереү, популярлаштырыу буйынса ҙур эш башҡарыла. Ошо йылдан-йыл ҡабатланған йәш сәсәндәр бәйгеһе ярҙамында ғына ла халҡыбыҙҙың фольклор ижады төрлө район, ҡала, ауыл мәктәптәрендә киң тарала, тип уйлайым. Шулай уҡ өлкәндәр ҙә бер мәл «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса ярыша башланы. «Урал батыр» эпосын ЮНЕСКО-ның донъя кимәлендә танылған әҙәби мираҫтары фондына индереү буйынса эш алып барыла, эпос буйынса, донъя ғалимдарын йыйып, фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарыла. Былтыр БДУ-ның Сибай институты базаһында ошондай конференция уҙҙы. Тимәк, был өлкәлә эш яйлап ҡына үҙ емештәрен бирә башланы.
Жюри ағзаһы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы режиссеры Рөстәм Хәкимов быйыл йәш сәсәндәрҙең бәйгегә төплө әҙерләнеп килеүенә иғтибар итте:
− «Урал батыр» эпосын башҡарыу­сы балаларҙың конкурсын икенсе тапҡыр күҙәтәм. Бынан алда Дәүләкән ҡалаһында уҙған бәйгелә жюри составында булғанда ҡайһы бер командаларҙың, башҡарыусы­лар­ҙың эпосты машиналь рәүештә ятлауын, бер ниндәй хис-тойғоһоҙ, йөкмәткеһе менән ҡыҙыҡһыныуһыҙ текст уҡыуын күҙәтергә тура килгәйне. Бөгөн иһә бындай етешһеҙлекте күрмәйем − балалар сәхнәлә ихлас сығыш яһай, импровизациялайҙар.
Жюри ағзаһы Әлмира ҡыуатова конкурсты тағы ла йәнлерәк итеп күрергә теләүен белдерҙе:
− ҡатнашыусыларҙың береһен дә айырып ҡарағым килмәй – шул хәтлем тырышып, ихлас әҙерләнеп килгәндәр. Был конкурстың балалар араһында ғына түгел, бөтә республика халҡы өсөн дә көтөп алынған сара булыуы өсөн тырышырға кәрәк беҙгә. Бының өсөн нимә эшләргә һуң? ҡайҙа ғына уҙһа ла, бәйгене тура эфирҙа телевидение аша күрһәтергә, шул уҡ ваҡытта тамашасыларға үҙҙәренә оҡшаған бәйгеселәр өсөн тауыш биреү мөмкинлеген тыуҙырырға кәрәк. Донъянан артта ҡалырға ярамай − һүҙ бит беҙҙең милли эпосыбыҙҙы, мәҙәни мираҫыбыҙҙы бар донъяға билдәле итеү хаҡында бара. Һәр кеше ошо бәйгене күҙәтеп, теге йәки был балаға үҙ тауышын биреп, сарала ҡатнаша алһа, эпос барыһының да иҫендә ҡаласаҡ, минеңсә. Шулай уҡ еңеүселәргә, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдар менән бер рәттән, ҡыйбатлы бүләктәр биреүҙе лә ойошторғанда, конкурста ҡатнашыу өсөн балалар атлығып торор, уның мәртәбәһе бермә-бер артыр ине.
Бәйгеселәр менән дә аралашырға насип булды. Бишбүләк районы командаһын алып килеүсе Фәнүзә Ғиләжетдинова − яҡташыбыҙ, Баймаҡ районының Йылым ауылында тыуып үҫеп, Бишбүләккә килен булып төшөп, шунда төпләнеп ҡалған. Уҡыусылары − Гөлнара Буранғолова, Әлиә Батраева, Илшан Хәкимов − бәйгегә килеп, ят ерҙәрҙе күреүенә сикһеҙ шат ине, буғай:
− Беҙҙең яҡта, Ырымбур далаларына сиктәш булғас, һеҙҙәге һымаҡ тауҙар юҡ тиерлек. Башҡорт телендә былай ихласлап һөйләшеүҙе лә ишетеү ауыр − район халҡының күпселеген сыуаштар тәшкил итә. Беҙҙә ҡаныҡай, күрше Бикҡол, тағы ла ике ауыл − бөтәһе дүрт башҡорт ауылы ғына ҡалған.
Конкурста көслө командалар күп ҡатнаша. Шулай ҙа, беҙ ҙә еңеү яулап ҡайтырға өмөтләнәбеҙ.
Өмөтләнеүселәр күп булғандыр, тик, бәйге булғас, берәү алға сыға, берәү артҡа ҡала шул. Был юлы ла «Урал батыр» эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XIV республика конкурсының ҙур бүләген Күмертау республика политехник лицейынан Инсаф Йәмилев яуланы. Беренсе урынды Баймаҡ районының Кәрешкә ауылынан Гөлнара ҡаҙарбаева һәм Сибайҙың Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейынан Әлиә Ибраһимова уртаҡлашты. Икенсе урынды Учалы командаһы һәм Республика кадет мәктәбе бүлеште, өсөнсө урын Әбйәлил, Әлшәй һәм Бөрйән райондарына эләкте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға