«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Яҙыусы хеҙмәте – аҡыл һәм тәжрибәнең юғары баҫҡысы



22.06.2012 Яҙыусы хеҙмәте – аҡыл һәм тәжрибәнең юғары баҫҡысы

Яҙыусы хеҙмәте –  аҡыл һәм тәжрибәнең юғары баҫҡысы
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Баш­ҡортостан яҙыусылары республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Һүҙ оҫталарының төбәк башлығы менән рәсми булмаған бындай аралашыуы тәүге тапҡыр үтте. Әҙиптәр Президент менән проблемалары һәм пландары хаҡында һөйләне.
Асыҡланыуынса, яҙыусылар­ҙың проблемалары бихисап. БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов белдереүенсә, улар иҫәбенә ойошма эшмәкәрлеген финанслау, дауаланыу өсөн шифаханаларға ташлама менән путевка ала алмау ҙа инә. Шулай уҡ яңы ижад итә башлаған йәш авторҙар­ҙың әҫәрҙәрен баҫтырыуға бәйле мәсьәлә лә ҡаралды. Йылына бер китап баҫтырыуҙы күҙ уңында тотҡан квота булыуына ҡарамаҫтан, китап сығарыу­ға бәйле хәл ҡатмарлы ҡала.
– Китап баҫтырыу менән бәйле ауырлыҡтар тураһында һүҙ йөрөткәндә, баҫтырылған әҫәр­ҙәрҙең художестволылығы хаҡында ла оноторға ярамай, – тип билдәләне яҙыусы Марат Кәримов. – Бөгөн тәнҡит күҙлегенән сығып анализланмайынса, яҙылған һәр әҫәр баҫтырыуға ебәрелә. Башҡорт әҙәбиәтен төҫһөҙлөк ялмай һәм бының менән көрәшергә кәрәк. Заманында Назар Нәжми әҙәбиәттәге илке-һалҡылыҡ менән көрәшкән. Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ генә «дауалай» алабыҙ, Хөкүмәт бында ярҙам итә алмай. Күрәһең, әле хөкөм иткән иҡтисади хаос уҡыусыларҙың ғына түгел, яҙыу­сыларҙың да аңын ялмап алған. Ә бит улар бер аҙымға алда барырға тейеш.
Тәржемәсе һәм сценарист Зөһрә Бураҡаева башҡорт теленән профессиональ тәржемәселәрҙең булмауын билдәләп үтте, был милли авторҙарҙың Рәсәйҙә танылыу яулау мөмкинлеген кәметә.
Зөһрә Бураҡаева башҡорт яҙыу­сыларының әҫәрҙәрен тәржемә итеүгә грант бүлергә тәҡдим итте: заказсы булараҡ, дәүләт тәржемә итеүсегә аҡса түләй, ә был эште башҡарыусы билдәле бер ваҡыт эсендә сифатлы тәржемә тапшырырға тейеш.
– Яҙыусы хеҙмәте, минеңсә, аҡыл һәм тәжрибәнең юғары баҫҡысы, – тине Президент, осрашыуға йомғаҡ яһап. – Бынан тыш, яҙыусы – традицияларҙы һәм ваҡыт һулышын һаҡлаусы ла. Милли яҙыусының аудиторияһы бәләкәй булыуы ла мөмкин, әммә ул, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һаҡлап, мөһим тарихи эш башҡара. Был өлкәлә эшләнәһе эштәр бар, әммә был ғәйеп түгел, ә факт­тарҙы дәлилләү. Беҙ әҙиптәргә ижад итеү өсөн тейешле шарттар булдырырға бурыслыбыҙ. Тәржемә эшмәкәрлеге, республикала һәм унан ситтә китап баҫтырыу, уларҙы һатыуға сығарыу тураһында ла уйларбыҙ. Кәрәкле средстволар бүлербеҙ. Иҡтисад ҡына түгел, рухиәт тә бик мөһим өлкә, йәш быуын ыңғай миҫалдарҙа тәрбиәләнергә, матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға