«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



19.06.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Рәсәйҙә әлеге мәлдә аҡсаны коррупцияға һалырға кәрәк. Ни өсөн тигәндә, ул башҡа бөтәһенә ҡарағанда ла нығыраҡ һәм тиҙерәк үҫә.

* * *
– Әйтегеҙсе, полиция бүлегенә нисек эләгергә икән? – тип һорай бер ир үтеп барыусынан.
– Бик еңел, – ти тегеһе. – Ана, ташты алығыҙ ҙа берәй кибеттең витринаһына бәрегеҙ, биш минуттан унда буласаҡһығыҙ.

* * *
Беренсе синыфта уҡыған улдары мәктәптән ҡайтып инә лә, әсәһенә:
– Математика уҡытыусыһына ышанырғамы, юҡмы, белмәйем. Кисә ул, алтыға дүртте ҡушҡас, ун була, тигәйне, ә бөгөн етегә өстө ҡушһаң да ун була, тисе, – тип аптырай.

* * *
– Күршеләрем ялҡытты инде, бөтөнләй йоҡларға ирек бирмәйҙәр. Төн булдымы, үҙ-ара ыҙғыша башлайҙар, ул ҡысҡырышалар, ул һауыт-һаба ваталар, – ти бер ир танышына.
– Ә һин ҡолағыңды ҡаплап ят, – ти уға тегеһе.
– Улай бит күршеләремдең һуңғы яңылыҡтарын ишетә алмаясаҡмын.

* * *
– Ниңә шул тиклем бойоҡһоң?
– Паспортымды урлаттым.
– Полицияла булдыңмы?
– Эйе… Тик улар түгел…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға