05.06.2012 Донъяға үҙ күҙҙәрең менән бағыу…
Поезд ҡуҙғалып китеү менән ул, ел иҫеүен тойоу өсөн тәҙрәнән ҡулдарын сығарып, һоҡланыу менән ҡысҡырып ебәрҙе:
– Атай, күрәһеңме, бөтә ағастар ҙа артҡа бара!
Оло йәштәге ир был һүҙҙәргә яғымлы ғына йылмайып ҡуйҙы.
Уларҙың купеһында ирле-ҡатынлы тағы бер пар бара ине. Улар ҡарап тороуға 25 йәштәр тирәһендәге ирҙең ошолай йәш бала һымаҡ ҡыланыуына аптырабыраҡ ҡуйҙы. Көтмәгәндә йәш кеше тағы ла нығыраҡ шатлыҡлы тауыш менән:
– Атай, ҡара әле, ниндәй матур күл, уның тирәһендә хайуандар… Болоттар поезд менән бергә елә! – тип ҡысҡырҙы.
Теге икәү егеттең бындай ҡылығына уңайһыҙланыбыраҡ ҡарап барҙы, ә атаһы иһә улының үҙен тотошонда бер ниндәй ҙә артыҡ нәмә күрмәне.
Бына ямғыр яуа башланы, уның тамсылары егеттең ҡулдарына тамды. Ул, тағы ла нығыраҡ һоҡланып, шатланып-көлөп, күҙҙәрен йомдо ла:
– Атай, атай, ямғыр яуа, уның һыуы минең ҡулдарымды йыуа. Күрәһеңме, атай! – тине.
Быны күреп иҫтәре китеүен йәшерә алмаған ирле-ҡатынлы, ниндәй ҙә булһа ярҙам ҡулы һуҙырға уйлап:
– Ни өсөн һеҙ улығыҙҙы берәй клиникаға һалып, консультация алмайһығыҙ? – тине.
Атай кеше ҡәнәғәт төҫ менән:
– Беҙ бөгөн генә клиниканан сыҡтыҡ. ‒ Унда уның күҙҙәренә операция яһанылар һәм, Аллаға шөкөр, ул бик уңышлы үтте. Улым кисә кисен генә тәүге тапҡыр был яҡты ла, матур ҙа, һоҡланғыс та донъяны күрә башланы… – тине.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.