«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Өс гонаһ хаҡында



15.05.2012 Өс гонаһ хаҡында

– Өс гонаһ бар, – тине аҡыл эйәһе.
Бөтәһе лә тынып ҡалды.
– Беренсе гонаһ ‒– ул үс тотоу. Әгәр ҙә күршеңдең һыйыры үлһә, бының өсөн шатланмағыҙ. Күршегеҙгә нимә менәндер ярҙам итергә тейеш­һегеҙ, тимәйем. Кешенең ҡайғыһына шатланмағыҙ, тип кенә киҫәтәм. Күршеләрегеҙ ҙә әҙәм балаһы бит, уларға бер ваҡытта ла насарлыҡ теләмәгеҙ.
Йыйылған халыҡ, аҡыл эйәһенең әйткән һүҙҙәре менән килешеп, бер аҙ геүләп алды.
Аҡыл эйәһе шау-шыу тынғанын көттө лә, һүҙен дауам итте:
– Икенсе гонаһ –‒ күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү. Һеҙҙең бер генә ауырыу ҡарт һыйырығыҙ бар. Ул бик аҙ һөт бирһә лә, бының өсөн борсолмағыҙ. Тормошҡа шатланығыҙ. Эйе, малығыҙ ҡарт һәм ауырыу, әммә һыйыр барыбер һыйыр инде. Тирә-йүнегеҙгә күҙ һалығыҙ, ҡайһы берәүҙәрҙең һыйыры бөтөнләй юҡ бит.
Халыҡ тағы ла геүләй башланы. Ысынлап та, аҡыл эйәһенең һүҙҙәре дөрөҫ тә һуң, тиештеләр.
Аҡыл эйәһе халыҡ араһынан бер тауыш ишетә:
– Әгәр ҙә мин һыйырым булыуына шатланып йәшәйем икән, тимәк, һыйырһыҙ кеше минән насарыраҡ йәшәгәнгә шатланам булып сыға түгелме һуң?
Кешеләр был һүҙҙәрҙән һуң уйға батып, тынып ҡала. Ә аҡыл эйәһе, өсөнсө гонаһ –‒ ул мыжыҡлыҡ, тип һүҙен йомғаҡлап ҡуя.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға