«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Һанһыҙ таңдар атҡандыр, Хәтһеҙ һыуҙар аҡҡандыр»



15.05.2012 «Һанһыҙ таңдар атҡандыр, Хәтһеҙ һыуҙар аҡҡандыр»

Бәхет ҡошо
Хәтерҙәме, һораным:
«Бәхет ҡошо буламы?»
Серле итеп йылмайып,
Әйттең: «Эҙләп ҡарайыҡ!»

Һанһыҙ таңдар атҡандыр,
Хәтһеҙ һыуҙар аҡҡандыр,
Күпме юлдар атланыҡ –
Эҙләгәнде тапманыҡ…

Хәтерҙәме, һораным:
«Бәхет ҡошо буламы?»
Их, әйтһәң шул саҡта һин:
«Эҙләмә, – тип, – ул бит мин!»

ҡайҙа булдығыҙ?

Бәләкәйҙән үк бик шәп инем,
Орсоҡ кеүек әйләндем.
Тик малайҙар күрһә мине,
Гел сәсемә бәйләнде.

Малайҙар, ниңә ҡыҙҙарҙың
Сәстәренән тартаһығыҙ?
Беҙҙең биттәрҙе ҡыҙартып,
Асыуҙы ҡабартаһығыҙ!

Мәктәп баҫҡыстарын бергә
Уҙа-уҙа атланыҡ.
Ул белемен бирҙе беҙгә
Һәм ҡуйҙы ҡанаттарын.

Тик, малайҙар, һаман да һеҙ
Толомға ҡул һуҙаһығыҙ,
Әйткәнде һис аңламайса,
ҡасан егет булаһығыҙ?!

Бына таралдыҡ, ниһайәт,
Тормош океанына –
Кемдер китте армияға,
Кемдер дуҫы янына.

Сәстәремде һеҙҙең менән
Бәйләр инем, малайҙар!
Егет булып еткәс кенә
Юғалдығыҙ һеҙ ҡайҙа?
ҡайҙа булдығыҙ, ҡайҙа!

Ай һәм Юлай

Күрше малайы Юлай
Айға менергә уйлай,
Беләһегеҙме – ҡайһылай?
Бер ҡарауға бик ябай:

ҡалған һайын яртылай
Тауға Ай ныҡ яҡынлай.
Шул саҡ күҙен дә йоммай
Айға һикермәк Юлай.

Һикерер өсөн, ай-һай,
Олотау башы ҡулай!
Тик бер хикмәт бар, буғай –
Тауға бит менеп булмай.

Итәге текә шундай –
Менгән һәр кеше ҡолай.
Әммә бирешмәй Юлай,
Көн дә тау буйын буйлай.

Барыбер, тип ул уйлай,
Килеп сығыр берәр яй,
Буйһонор тәкәббер Ай.
Малайҙар – бына шулай!

Юҡ – эйе

Уны тәү тапҡыр күргәс тә
Йөрәктә тыуҙы һөйөү;
«ҡауышабыҙмы?» – тигәс тә
Ишеттем: «Риза, эйе».

Тик был уның «эйе» һүҙе,
Ахыры, һуңғыһы ине.
Шунан бирле, йоммай күҙен,
Яуапҡа гел «юҡ» тине.

«Ах, – мин әйтәм, – былай булғас,
Серей бит минең мейе».
Үҙем, көтөп
аптырағас,
«Юҡ!» –
тинем, ә ул:
«Эйе…».

Инде
киләбеҙ
ҡартайып,
Тормош
бара шул
көйө:
«Эйеме – юҡ,
эйеме – юҡ,
Эйеме – юҡ, юҡ – эйе».

Шығыр-шағыр
шиғырҙар

Яҙып ултырам ҡағыҙға,
Шиғырым шығыр-шағыр;
Матур шиғырҙар яҙырға,
Их, түгелмен шул шағир.

Шығыр-шағыр, үҙе әрһеҙ,
Килә лә сыға тағы;
Хет бер уҡыусым түҙәлһә,
Түҙер әле, тим, ҡағыҙ.

Шиғырҙарҙы ҡулға алғаны,
Булһа, тәнҡитсем булыр;
Шығыр-шағырлап яҙғанды
Пыран-заран туҙҙырыр.

Тышҡа баҡһам, көҙҙәр еткән,
Ямғырлай шыбыр-шыбыр;
Йәш шәп саҡтар үтеп киткән,
ҡалған шыр шағыр-шығыр.


Нәфис АҡҡОЛОВ.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға