15.05.2012 «Ялҡынланып янаһың бар, Көл-күмергә ҡалаһың бар»
Мөхәббәт
ҡояш һымаҡ ҡалҡып,
Алтын айҙай балҡып,
Ал нурҙарын ҡоя,
Ал нурҙарын ҡоя
Мөхәббәт.
ҡояшым һин, нурым һин,
Балҡып торған айым һин.
Нескә билле ҡорттар
йыйған
Ал сәскәнең һуты һин.
Хур ҡыҙылай үҙе,
Һомайғоштай үҙе,
Фәрештәләй йәмле,
Фәрештәләй йәнле
Мөхәббәт.
ҡояшым һин, нурым һин,
Балҡып торған айым һин.
Алтын кәрәҙҙә тулышҡан
Тәмләп туймаҫ балым һин.
Талпынып та килә,
Һағыш һирпеп китә,
ҡоштар кеүек моңло,
ҡоштар кеүек йырлы
Мөхәббәт.
ҡояшым һин, нурым һин,
Балҡып торған айым һин.
Сихри сазыңа сорнаған
Һандуғасым, наҙым һин.
* * *
Был донъяның һинһеҙ
йәме юҡ,
Ғүмерем буйы көтөп
алдым һине,
Һинән башҡа инде йәшәү
юҡ.
Уйым, хисем – һиндә,
йәнем – һиндә,
Был донъяның һинһеҙ
йәме юҡ.
Хоҙай беҙҙе ниңә тап
итмәгән,
Иш итмәгән ниңә иртәрәк.
Миңә – һин барын, һиңә
мин барын
Белгертмәгән ниңә
элегерәк?
Шундай һөйкөмлөһөң,
килешлеһең,
Таң шәфәғе һиңә яғылған.
Бал ҡортондай нескә
билкәйеңә
Яҙ тылсымы гүйә
ҡағылған.
Осраштыҡ та тағы
айырылыштыҡ,
Һинән башҡа һис бер
тынғы юҡ.
ҡош юлынан барам
яндарыңа?
Был донъяның һинһеҙ
йәме юҡ.
Һүндермә
күк нурын
ҡошсоҡтай талпынып
йәшәнем,
Алиһәм, мин һине
эҙләнем.
Йөрәгем һөйөүҙән яралы,
Саҡ ҡына ҡанһырап
үлмәнем.
Хоҙайым – һин ҡөҙрәт
эйәһе,
Үлептәй һөйөүҙән арала.
Йәнгенәм өҙөлә әрнеүҙән,
Өҙмәсе бәғерем – дауала.
Талсыҡҡан тәнемә бир
һиллек, –
Тик шуны һорайым үтенеп.
Ут кеүек яныуҙар
кәрәкмәй,
Бик ауыр йәшәүе үртәлеп.
Мөхәббәт ялҡыны аяуһыҙ –
Көйҙөрҙө тормошом
сырағын.
Үтенеп һорайым, Илаһым,
Һүндермә һин беҙгә күк
нурын.
Был ерҙә, күрәһең, бәхет
юҡ,
Юҡ әмәл һис кенә
ҡауышыр.
Өҙмәйем өмөтөм
барыбер,
Йәнебеҙ йыһанда
табышыр.
Һуңланым шул...
Тулышҡан да мәле
күңелемдең,
Әллә ҡойон йөрәк
түремдә?..
Ташып ҡына бара тулҡын
хистәр,
ҡайнай даръя
йәнем-тәнемдә.
Йөрәккәйем әрней, иҫкә
төшөп
Һылыуымдың заңы,
яҙығы.
Мөхәббәтем – тик
мәңгелек яныу,
Ғазаптарҙың юҡтыр аҙағы.
Үткәндәрең ут-ҡуҙҙарға
һалды,
Һыҙлауҙары һис тә
баҫылмай.
Наҙҙарыңды һин яттарға
биргәс,
Йәнгенәйем тынғы
табалмай.
Һуңланым шул ғишыҡ
таңдарыңа,
Тәү инмәнем һөйөү
тирмәңә.
Ә шулай ҙа, йәшлек
хыялым тип,
Йәнә еләм һинең эргәңә.
Мин бит
еҫле гөлөң
Һин ғүмер ҙә мине
он(о)талмаҫһың,
Юҡһынырһың көнөн-
төнөн дә.
Өндәреңдә гелән мине
уйларһың,
Мин тип уянырһың
төшөңдән.
Мең-мең ептәр бәйләгән
шул һине,
Китәлманың йәнһеҙ
йәреңдән.
Уның менән бергә
тибрәлһәң дә,
Мин сыҡмамын мәңге
иҫеңдән.
Ожмах ҡошоң, аҫыл ҡошоң
инем,
Тере һыуҙар бирер
йәншишмәң.
Мин китмәмен уйың-
хистәреңдән,
Һөйөп туялмаған
йәнәшәң.
Мин бит еҫле гөлөң, йәм
туғайың,
Хоҙай бүләк иткән
йәннәтең.
Икәү бергә усаҡ
яғалмайса,
Һин юғалттың, йәнем,
бәхетең.
Эйелә миләш,
бөгөлә...
Килгәнен көтөп, зарығып,
Тәҙрәлә – моңһоу күҙе.
ҡайҙа ул, ҡайҙа йәнәше?..
Күренмәй таныш йөҙө.
Эйелә миләш, бөгөлә,
Эйелгәнен кем белә?
Эйелеп кенә ҡыҙ илай,
Илағанын кем белә?..
Гүйә ҡояштай балҡыны,
Ана, ул, ана, йәне!
Түҙеме бөтөп, һағыштан
ҡалтырай бөтә тәне.
Эйелә миләш, бөгөлә,
Эйелгәнен кем белә?
Бөгөлөп кенә ҡыҙ илай,
Илағанын кем белә?..
Оҙата һылыу йәнкәйен, –
Тәҙрәлә һомғол һыны.
Һыҙыла йәне, һыҙыла, –
Тартып алырҙай тыны.
Эйелә, миләш, бөгөлә,
Эйелгәнен кем белә?
Һығылып ҡына ҡыҙ илай,
Илағанын кем белә?..
Көтәһең кеүекһең
Йәйғорло баҡсала
Көн һайын көтәһең.
Һөйөүҙән иҫереп
Сәстәрем үбәһең.
Йәндәрҙе илертә
Сирендең хуш еҫе.
Иренең бышылдай
“Һин, йәнем, минеке”.
Һуттарға тулышҡан
Алманы өҙҙөң һин.
Яҙмыштан уҙалмай
Бәхетең өттөң һин.
Тилмереп йөрөйөм
ҡар ҡатыш ямғырҙа,
Өмөтөм өҙмәйем, –
Алиһәм, һин ҡайҙа?
Мин һине эҙләйем
Күҙҙәрем талһа ла.
Көтәһең кеүекһең
Һаман шул баҡсала.
Бирсе беҙгә
хөр хаят
Мөлдөрәмә тулы ғазап
кәсәһенән
Эсергә насип шул һиңә,
бәғерем.
Ыҙа бөтөр. Беҙгә өмөт
ярҙам итер,
Илаһ ылыҡтырған йәндәр
бит – бер.
Михнәт даръяларын
кистек табышырға
Һәм тәҡдир осраштырҙы,
ниһайәт.
Осорға ине һинең менән
йыраҡтарға,
Эй, Илаһым, бирсе беҙгә
пар ҡанат,
Бирсе, бирсе, бирсе,
зинһар, хөр хаят.
Мәңгегә ғажиз иттең
Эсәмен әсе төнәтмә
Йөрәк һыҙлауын баҫырға.
Һары һағыштарға шифа
Ниндәй им-үлән табырға?
Бәхетемә инанғайным, –
Тик һин минән ваз кистең.
Һағыш даръяһына һалып,
Мәңгегә ғажиз иттең.
Күңел ап-аҡ
Күк ап-аҡ, көн дә ап-аҡ –
Ыуыҙ ҡар тирә-яҡта.
Әйтерһең дә бар донъя
Яралған фәҡәт аҡтан.
Минең күңел дә ап-аҡ
Инәй имеҙгән һөттәй.
Тик әле ҡарайған ул
ҡарғалған мөхәббәттән.
Мөхәббәт бит...
Мөхәббәт бит – ул тере
ҡуҙ,
Ә йөрәгең – тоҡаныр туҙ.
Ялҡынланып янаһың бар,
Көл-күмергә ҡалаһың бар.
Мөхәббәт бит – йондоҙло
төн,
Йондоҙҙарын һанайһы
бар.
Бер-береңде таный,
һынай
Ал таңдарҙың тыуаһы бар.
Мөхәббәт бит – ул
алмағас,
Сәскә ата, ҡояһы бар.
Наҙ сәскәһе нәфисләнеп,
Аҫыл алма булаһы бар.
Яратһаң...
ҡояштай тыуғанда,
Ай кеүек тулғанда,
Май шәмдәй янғанда,
Кем кемде ҡаратмай,
Кем кемде яратмай.
Йәнгенәм янғанда –
Ниңә һин ҡыш кеүек?
Бәләнән бөгөлөп,
Барғанда өҙөлөп,
Ниңә һин таш кеүек?
ҡарайып күмергә
ҡалғанда – яратһаң,
Һындарым ҡатҡанда
Баш бормай яратһаң,
Мин йәнә ҡалҡырмын,
Ал нурҙай балҡырмын.
Хистәрем алҡыныр,
Йәнгенәм-бергенәм
Аҡҡоштай һөйә, тип,
Берҙән-бер йәрем, тип.
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ