«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Хужа беҙҙең арала



27.04.2012 Хужа беҙҙең арала

«Знамы...»
Күрше ҡолҡан ауылында Әхмәт исемле кеше йәшәй ине. Сабый сағында уҡ имгәнеп инвалид булып ҡалһа ла, күрәһең, көслө рухлы булғандыр, һис бәлә һалып ултырмаған: ҡалайҙан самауыр мөрйәләре, һоҫҡо, хатта биҙрәләр эшләгән, аҡ ҡурғаш менән самауыр, сәйнүктәр ямап, күндән сандали, итек тегеп, ҡыштарын кешеләргә быйма төпләп, үҙ көнөн үҙе күргән. Билдәле кинофильмда әйтелгәнсә, «был эштә иң мөһиме аяҡ түгел» булғанлыҡтан, алты балаға ғүмер ҙә биргән ул.
Бер ваҡыт ағаһы менән һүҙгә килешкәндәр. Һүҙ көрәштерә торғас, былар­ҙың дәлилдәре бөткән. Әхмәт шулай ҙа аптырап ҡалмай: «Үҙ ғүмеремдә һинең кеүек сабата кейеп йөрөмәнем», − тип ағаһын шаңҡыта. Тегеһе ҡайтышлай, нисек булһа ла ҡатыраҡ һүҙ табып, үс алырға уйлап бара. ҡапҡа бауын ысҡындырғас ҡына ҡустыһының инвалид булыуы иҫенә төшә һәм шунда уҡ кире боролоп, Әхмәттең өй ишегенән генә башын тығып: «Знамы, кеймәҫһең, аяҡтарың булмағас», − тип һимеҙ ташбаш тотоп ашаған ата бесәйҙәй ҡәнәғәт булып ҡайтып китә. ҡалҡандар берәй һүҙҙе йөпләр булһа, «знамы», тиҙәр.

«ҡайҙа минең сүсиңкә?»

Әхмәт сатанды ҡаранйылға ауылындағы туғандары ҡунаҡҡа саҡырған.
ҡунаҡтар таралыша башлағас, Әхмәт: «ҡайҙа минең сүсиңкә?» − тип тауыш ҡуптара. Һуң булғанлыҡтан, ул көндө сүсиңкәне эҙләп тормайҙар. Иртәгәһенә кисәге ҡунаҡтарҙың өйҙәренә йөрөп сығалар, тик ҡайһыһы − эшкә, ҡайһыһы − урманға, ҡайһыһы Сәйетбабаға йомош менән киткәнлектән, кискә ҡалына. Ләкин сүсиңкә табылмай. Шул саҡ хужаларҙың береһе Әхмәттең аяғы ҡамсы һымаҡ һәлберәп торғанына иғтибар итә һәм: «Ә уның сүсиңкәһе бар инеме һуң?» − тип һорай.
Сер асылғас, Әхмәт: «Һыйығыҙ бик оҡшағайны, шуға ҡайтҡы килмәгәйне», − тип ғәфү үтенә. Бындай йыумалау хужаларҙың күңеленә хуш килгәндер: асыуланмағандар, уның ҡарауы, шаян һүҙ ҡалды. Хәҙер беҙҙә ҡунаҡтар таралыша башлаһа, шаяныраҡтар: «ҡайҙа минең сүсиңкә?» − ти.

ҡырҡҡа һатҡан

Беҙҙең күршелә Мәймүнә инәй бар ине. Шәп сағында һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫраны. Бер ваҡыт ҡаҙҙары үҙҙәре генә йөрөгәнен күргән күршеһе һорай:
− Бәпкәләрең апаруҡ ине ләһә, ни булды?
− ҡырҡҡа һаттым, − ти Мәймүнә инәй иҫе лә китмәй. Әңгәмәсенең күҙҙәре маңлайына менә: «Нисек, 40 һумғамы?» (Ул ваҡытта 25 һум да − колхозсыға ҙур эш хаҡы). «Юҡ, ҡырҡҡа һаттым».
− Бер бәпкәңде 40 тингәме? − тип ныҡыша һаман тегеһе.
− Ана бит, ҡырҡ-ҡырҡ тип ултыралар, шуларға бирҙем, − тип ситән башын күрһәтә Мәймүнә инәй, аптырағас. Ә унда… теҙелешеп ҡарғалар ултыра. Баҡтиһәң, бәпкәләрҙе улар ашап бөткән.

Ағыулы ризыҡ

Мәймүнә инәйҙең кәзәһе берәүҙәр­ҙең баҡсаһына инеп, алмағастарын кимергән. Асыуы килгән хужа тегене тотоп, тештәрен ҡыпһыуыр менән һурып ырғытҡан. Бер аҙҙан кәзә үлгән. Ошонан һуң Мәймүнә инәй: «Алмағас бик ағыулы икән. Фәләндәрҙең алмағасын кимергәйне, кәзәм үлеп ятҡан», − тип белдергән.

Р. САБИТОВ.
Ғафури районы,
Сәйетбаба ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға