«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Хужа беҙҙең арала



27.04.2012 Хужа беҙҙең арала

Акт
Совет заманында ҡолоҡас ауылында колхозда ҡымыҙ бешкәндәр. Шул ҡымыҙҙы бер ағай (исеме онотол­ған) Әбйәлил районы үҙәге Асҡарға ат менән гөбөлә ташыған. Шулай бер көн ҡымыҙы ни сәбәптәндер килеп етмәгән. Был ағайҙан аңлатма яҙҙырталар икән. Аңлатма урынына ул үҙенсә русса ҡатыш башҡортса акт төҙөгән. Асҡар менән ҡолоҡас ауылы араһында бейек кенә Әюкә исемле тау бар. Уның тексы түбәндәгесә булған.
«Әюкә гора − крутой гора. Колесо на камень соскочила, кумыс из бочки выскочила, о чем составлен акт, ҡымыҙ түгелгәне факт».

«Ниндәй
йәнлек
бәшмәк ашай?»

Беҙгә, Әйбәлил районына, Магнитогорск ҡалаһы терәлеп тигәндәй ята. Шуға ла ҡала халҡы емеш-еләк, бәшмәк ваҡытында беҙҙең тәбиғәткә күп килә. Быны балалар күреп тора, бигерәк тә бәшмәк ваҡытында. Ни тиһәң дә, урыҫ халҡы бәшмәкте ныҡ ярата. Шулай сентябр­ҙә уҡыуҙар башлана. Уҡытыусы балаларҙан һорай икән: «Йә ниндәй йәнлектәр бәшмәк ашай?». 1-се класс уҡыусыһы Айтуған ҡул күтәргән. Уҡытыусы, йә, Айтуған, яуап бир, тигән икән, малай торған да, урыҫ, тигән. ҡаҙмаш мәктәбендә булған хәл.

«Фар флүтте фунде»

Бер ағай элегерәк Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан. ҡайтҡас, тракторсы булып эшләгән. Шулай бер көндө ауылдашына бесәнгә киткәндәр. Юлда үҙенең немецса белеүен белдергеһе килеп, үҙенсә сит телдә һүҙҙәр әйтә икән. Былар төнгә ҡалып ҡайтып килгән. Юлда тракторҙың уты һүнгән. Ауылдашы: «Йә, нисек була немецса ут һүнде?» − тип һорай икән. Был аптырамаған: «Фар флүтте фунде», − тип яуап биргән.

Булат ИШБУЛАТОВ.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға