«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



24.04.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

„Иремдең дуҫтарын шул тиклем күрә алмайым. ҡулымдан килһә, бөтәһен бер юлы өйләндереп бөтөр инем...”

* * *
Оло ғына йәштәге ир, башын эйеп, ҡайғылы төҫ менән урам буйлап китеп барғанда эргәһенә ҙур ғына таш килеп төшкәнгә тертләп, туҡтап ҡала. Арлы-бирле ҡарана, берәү ҙә күренмәй. Шунан:
– Ни ғәләмәт, ҡайҙан төштө был таш? –‒ тип һөйләнә. Шул саҡ:
– Был мин, фәрештәң, һине бөтә насар нәмә­ләр­ҙән ҡурсалап тороу­сың, – тигән тауыш ишетә.
– Их, һин, –‒ ти ир, уфтанып, – бынан ун йыл элек, мин өйләнгән ваҡытта ҡайҙа булдың икән?

* * *
Чиновниктарға хаҡы өс мең һумдан ашыуыраҡ бүләк эшләргә ярамағанлыҡтан, Мәскәүҙә „Бөтә нәмә өс мең һум тора” тигән „Бентли” салоны асыл­ған.

* * *
– Ғәле, ишеттеңме, Владивостокта ҡаты һыуыҡтар вәғәҙә итәләр?
– Синоптиктармы ни?
– Юҡ, энергетиктар!

* * *

ҡайһы берәүҙәр, булмаған аҡсаһын бар итеп, үҙҙәре күрә алмаған кешеләргә ярар өсөн, үҙҙәренә бер тингә лә кәрәкмәгән әйберҙәрҙе һатып алыусан.

* * *

Тормошта күберәге әсәләре балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән балаларға ауыр. Ни өсөн тигәндә, балалар баҡсаһында аш-һыу ҡот осҡос тәмһеҙ, өйҙә лә әсәй эшенән алып ҡайт­ҡан ашамлыҡтарҙы ашарға тура килә.

* * *
Донъяла иң илһөйәр юлдаштар ‒– беҙҙекеләр. Үҙҙәрен Марсҡа осорорға маташһалар ҙа, улар Ерҙән айы­рылыр­ға теләмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға