13.04.2012 Йәш шағирҙар килә ижадҡа
Күптән түгел илебеҙҙә шиғриәт байрамы билдәләнде
“Дәүерҙәрҙән ашып дәүерҙәргә
Тулҡын-тулҡын килә шағирҙар –
Ил ғәмәле менән яныусылар,
Мәғрифәтсе сая яугирҙар”, – тип яҙғайны үҙенең бер шиғырында ғалим һәм яҙыусы Рәшит Шәкүр.
Ысынлап та, шағирҙар тулҡын-тулҡын булып килә ижадҡа. Барыһы ла киләсәктә, әлбиттә, бөйөк шағир булып китә алмай. Әммә иң һәләтлеләре, иң тырыштары, кемдең йөрәгенә әҙәбиәт шырауы ҡаҙалған, инде улар яҙышмай булдыра алмаҫтыр.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың тренинг үҙәгендә йәш ижадсыларҙың шиғриәт байрамы уҙғарылды. Был күркәм сарала Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары бик әүҙем ҡатнашты.
Шиғыр һәм әҙәбиәт байрамында билдәле әҙиптәр Фәрзәнә Аҡбулатова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлназ ҡотоева, Мөнир ҡунафин, Дамир Шәрәфетдинов һәм Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов бик фәһемле сығыш яһаны, үҙҙәренең шиғри шәлкемдәренән ауыҙ иттерҙе.
Беҙҙең илдә һәр шағир ниндәйҙер өлкәлә хеҙмәт итеү менән бергә ижад менән шөғөлләнергә мәжбүр. Бер кем дә әҙәбиәт мәжнүндәренә айырым шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырмаған, үҙеңдең йоҡоңдо бүлеп, ал-ял белмәй яҙышырға тура килә. Ә инде ҡатын-ҡыҙҙарға икеләтә-өсләтә ауырыраҡ. Сөнки бала тәрбиәләү ҙә, ир-атты әпәүләү ҙә күп осраҡта улар елкәһендә. ҡайһы бер шағирҙар, ижад итеү, ниндәйҙер бер ойошмала эшләү менән бер рәттән, ғилем менән дә шөғөлләнергә мөмкинлек таба. Шундайҙар рәтендә Гөлназ ҡотоева.
“Кешеләргә әйтер һүҙҙе эҙләп,
Йоҡо күрмәй күпме төн үтә.
Бер ҡулығыҙ бишек бәүеткәндә,
Икенсеһе Ерҙе бәүетә”, – тип яҙғайны Рауил Бикбаев
шағирәләр хаҡында.
Һүҙ йәш шағирҙарға бирелгәс, залда айырым бер ихласлыҡ һиҙелде, йәшлек кисерештәре, яҙ алып килгән тулҡынланыу хистәрен тирбәлдереп, мөхәббәт матурлығын һирпеп, йәшлек тантана итте. Беренсе курс студенттары Әлисә Оморҙаҡова, Наҙгөл Ғәлиева, Айгөл Йәмилева, дүртенсе курстан Гөлназ Байраҡаева, Миләүшә Шәрипова, Динара Шөғәйепова, Найлә ҡарабаеваның шиғырҙары яңғыраны. Ә инде танылып өлгөргән, мәктәптә уҡыған сағында уҡ “Ағиҙел” журналының лауреаты булған йәш шағирә Әлфидә ҡансурина, күптән түгел уҙғарылған йәш драматургтар конкурсы лауреаттары Гөлнара Яҡупова менән Зарина Бағышаеваның сығыштары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде, уларҙы дәррәү алҡыштарға күмделәр.
Шиғриәт байрамы йыр-моң менән бергә үрелеп барҙы. БДПУ һәм БДУ студенттары концерт номерҙары ла әҙерләгәйне. БДУ-нан Алмас Бәширов һәм Ғәзиз Әбделмәнов башҡарыуында “ҡолон“ йырын, Гөлнара Яҡупова, Шәүрә Ғайсина, Зөлфиә Камалова башҡарыуында “Бөрйән ҡыҙҙары“ бейеүен, “Мин – башҡортмон“ йырын тамашасылар бик йылы ҡабул итте, дәррәү ҡул сапты.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, кисәлә башҡа танылған шағирҙарҙың да әҙәбиәткә, шиғриәткә ҡағылышлы әҫәрҙәре кисәне алып барыусы Айгөл Буранғолова тарафынан бик матур итеп уҡылды.
“Әҙәбиәт – изге йорт, тип, килә йәштәр,
Устарында уттар балҡыр, йәшен йәшнәр”, – тип яҙҙы Рәшит Шәкүр. Әҫәрҙәре менән уттар балҡытып, йәшен йәшнәтергә яҙһын ижади мөхиткә килеүселәргә.
Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.