«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Усыңдағы иң ҙур йөрәк тә – минеке!»



13.04.2012 «Усыңдағы иң ҙур йөрәк тә – минеке!»

Һин
Һинһеҙ ғүмер:
Утһыҙ − күмер,
ҡояшһыҙ − көн,
Йондоҙһоҙ − төн.

Сәскәһеҙ − ялан,
Ағасһыҙ − урман,
Мөгөҙһөҙ − болан,
ҡойроҡһоҙ − йылан.

Тешһеҙ − суртан,
Кәләшһеҙ − солтан,
Ысыҡһыҙ − томан,
Тотҡаһыҙ − ҡомған.
(=Геройһыҙ роман)

Балһыҙ − ҡорт,
Балаһыҙ − йорт,
Таяҡһыҙ − ҡарт,
ҡояшһыҙ − март.

Һөйәкһеҙ − бот,
Эйәһеҙ − ҡот,
Бөрсәһеҙ − эт,
Хужаһыҙ − бет.

Аҡсаһыҙ − янсыҡ,
Бабайһыҙ − ҡарсыҡ,
Ташһыҙ − балсыҡ,
Минаһыҙ − ярсыҡ.

Тәгәсһеҙ − ҡашыҡ,
Тубыҡһыҙ − ашыҡ,
Ишәкһеҙ − тажик,
Шешәһеҙ − мужик.

Итәкһеҙ − күлдәк,
Быуаһыҙ − өйрәк,
Бармаҡһыҙ − балдаҡ,
Аяҡ-ҡулһыҙ − ҡараҡ.

Тауыҡһыҙ − әтәс,
Инәһеҙ − бәпес,
Мөрйәһеҙ − мейес,
ҡоралһыҙ − немец.

Һөтһөҙ − сәй,
Йөнһөҙ − бесәй,
Балаһыҙ − әсәй,
Телһеҙ − сәсән.

ҡатыҡһыҙ − айран,
Һыуһыҙ − даръя,
Йүшкәһеҙ − мөрйә,
Иванһыҙ − мәрйә.

Мөрйәһеҙ − өй,
Сәбәпһеҙ− уй,
Майһыҙ − ҡуй,
Үпкәһеҙ − туй.

Йөнһөҙ − ҡаш,
Тоҙһоҙ − аш,
Ерһеҙ − таш,
Сәсһеҙ − баш…

Һин − ҡояштың нуры,
Балдың − ҡуры,
Айҙың − йөҙө,
Аштың − тоҙо,
ҡайындың − туҙы,
Бөркөттөң − күҙе,
Сәсәндең − һүҙе,
…Һин − хыялымдың үҙе!..

* * *
Һин − иң яҡын кешем,
һөйгәнем,
Кәңәшсем, яҡын дуҫым да.
Шуға ла минең йөрәк ята
Һинең усыңда.

Ни булды, ниңә ҡулың
талған?
Баҡһам, ҡулың йөрәктәр
менән тулған.
Көнләшмәйем. Беләм − мин
һинеке,
Усыңдағы иң ҙур йөрәк тә −
минеке!..

* * *

Мин үҙгәрҙем: офоғом
ҙурайҙы,
Күңелем киң, йөрәгем асыҡ…
Аптырамағыҙ,
Йөрәгем эсендә
Мең ҡатын тора баҫып!..

* * *
ҡырынмағанһың, тип
ҡатыным ирешә,
ә терпегә ҡырынмаһа ла
килешә…

Фәнүр ШАҺИЕВ.

Учалы районы,
Иҫке Байрамғол ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға