«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



10.04.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Рапорттан:
„... „Роrsсһе” машинаһын бәрҙергән трамвай йорттар араһына инеп „ҡаса”. Оператив­никтар тиҙ рәүештә уның юлына төшә...”

* * *
– Дуҫҡай, өйләнәм!
– Һин нимә, әллә аҡылыңдан яҙҙыңмы, ни өсөн тап уға? Йә, уның иң яҡшы сифаттарын һана: матурмы, уңғанмы, аҡыллымы? Һанай алаһыңмы?
– Ул „Йорт –‒ 2”-не ҡарамай.
– Өйлән!

* * *
Иғлан:
„Тәжрибәле шәхси детектив ни өсөн ирегеҙҙең көтмәгәндә бик бәхетле булып китеүен асыҡлаясаҡ”.

* * *
– Минеңсә, диетаға ҡышҡыһын ултырырға кәрәк.
– Ниңә?
– Сөнки ҡышын көндәр ҡыҫҡа.

* * *
Бер ханым элекке танышын осрата:
– Бер көндө урамда иреңде күргәйнем, бигерәк үҙгәреп, ҡартайып киткән, етмәһә, өҫтөнә кейгән күлдәгенең бер генә төймәһе лә юҡ инесе, – ти.
– Шулай, шулай, әхирәткәйем, күлдәгенә төймә лә тағып кейә алмаған әҙәм менән йәш ғүмерем заяға үтте инде, – тигән ҡатын.

* * *
Әсәһе ҡыҙына:
– Яңы танышҡан егетең ниндәйерәк, һине хөрмәт итерлек, беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгелме? – ти.
– Һин нимә, әсәй, әлбиттә, ул яҡшы кеше: эсмәй, тартмай, иҫ киткес аҡыллы һәм матур ҡатыны, бик тәрбиәле өс балаһы бар, – тигән ҡыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға