«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Күңелдәргә ДӘРТ өҫтәне



10.04.2012 Күңелдәргә ДӘРТ өҫтәне

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы Мәләүез ҡалаһының М. Буранғолов исемендәге беренсе ҡала китапханаһында «Әйтер затлы һүҙе бар» тип аталған ҡәҙер һәм хәтер кисәһе уҙғарылды.

Был сараға Һарытау өлкәһенең Балаково ҡалаһынан беҙ шағирҙың көндәлек яҙмаларынан ғына уҡып белгән Айһылыу – Марият апай ҙа саҡырылғайны. Бөйөк шағирыбыҙҙың йәшлегендә тәүге мөхәббәт хистәрен кисерткән, уны уттарға һалған, уға илһам ҡанаттарын ҡуйған Марият Фәттәхованы (ҡыҙ фамилияһы – Ғайсина) күреү беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ булды. Апайға булған мөхәббәт хистәре Рәми Ғариповтың «Йәшенле йәшлек» (һуңынан «Йәшлек»кә әйләнә) тип аталған көндәлектәрендә яҙылған. Унда Рәми ағай үҙен Вахит тип үҙгәрткән, ә Мариятты Айһылыу образына йәшергән.
Кисәлә Марият апай үҙенең йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашты, шағирҙың уға арнап яҙған шиғырҙарын уҡыны. «Ғүмер буйына Рәми йөрәгемдә, ғүмер буйына иҫемдән сыҡмай», – тине ул. Ошо һүҙҙәренән һуң әле һаман да төҫ ташламаған 80 йәшлек апайға ҡарата һоҡланыу тойғоһо тыуҙы. Шул уҡ ваҡытта күңелдәргә бер аҙ моңһоу ҙа булып китте…
Рәми Ғариповты күргән, уның менән аралашҡан, 1961 – 1963 йылдарҙа интернатта уҙғарылған әҙәбиәт түңәрәктәрендә уның кәңәштәрен, тос фекерҙәрен тыңлаған шағир Тимер Ниәтшин дә үҙенең хәтирәләре менән бүлеште. Ул шағирҙың шиғырҙарын һәм үҙенең Рәми Ғариповҡа бағышлап яҙған шиғырын һөйләне, оло ихтирамын белдереп, Марият апайға китап бүләк итте.
Хаҡлы ялдағы хоҡуҡ хеҙмәткәре Шакир Уразбаев Рәми Ғариповҡа булған ихлас ихтирамын белдереп, уның китаптарынан йыйылған шәхси китапханаһы менән таныштырып, бөйөк шағирҙарҙың ҡәҙерен белергә саҡырҙы.
Шул йылдарҙа интернатта уҡыған, әлеге көндә Мәләүез ҡалаһында ойошторолған «Ағинәйҙәр» клубы етәксеһе Нәзифә Ильясова уның тураһында: «Бөҙрә сәсле, мыҡты кәүҙәле, үтемле итеп һөйләй торған кеше ине. Ул үҙенең «Туған тел» шиғыры менән әсир итте. Уның шиғырҙары беҙҙең өсөн ул ваҡытта гимн булды. Уның йырҙарын йырлай инек», – тип һөйләне. Нәзифә апайҙың ошо һүҙҙәре аша беҙ ул ваҡыттағы йәштәрҙең шағирға ҡарата оло ихтирамын, ышанысын тойҙоҡ.
Кисәне Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класында белем алыусы Мөхәммәт Уразбаевтың сығышы йәнләндереп ебәрҙе. Ул шағирҙың «Туған тел» шиғырын ҙур ғорурлыҡ менән тәьҫирләнеп һөйләне. Рәми Ғариповтың «Салауат батыр» шиғырындағы:
«Батшаларға башын эймәгәнде
Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ», – тигән шиғри юлдарын йәшәү девизы итеп алырға өндәне, ҡурайҙа «Урал» көйөн уйнап, тамашасыларҙы сал тарих төпкөлөнә алып китте. Ошондай ҡыйыу, рухлы егеттәребеҙ барҙа телебеҙ үлмәҫ, илебеҙ сәскә атыр. Китапхана хеҙмәткәре Рәзилә ҡотлогилдина, «Ағинәйҙәр» клубы ағзаһы Дамира Клименко, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыу­сыһы Илмир Дәүләтшин башҡарыуындағы йырҙар кисәгә бер биҙәк өҫтәне.
ҡалабыҙҙың 8-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнәзирә Рәхмәтуллина шағирҙың «Әсәм ҡулдары» шиғырын уҡып ишеттерҙе. Шул уҡ мәктәп уҡыусылары Юлиә Ғайсина һәм Лилиә Үҙәнбаева шағирҙың шиғырҙарын һөйләне. 4-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсилә Ниғмәтуллина 1 – 3 февралдә Салауат районының Малаяҙ ауылында республика башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы уҙғарыл­ған фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыуы тураһында һөйләп, саранан алған тәьҫораттары менән бүлеште.
Кисәнең икенсе өлөшөндә уҡытыусылар Марият апайға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Рәзилә апай ҡотлогилдина китапхана хеҙмәткәрҙәре исеменән уға шәл бүләк итте. Кисәнән һуң Рәми Ғариповтың рухына бағышлап, Нәзифә апай Ильясова аят уҡыны.
Бөйөк шағирыбыҙҙың ҡәҙер һәм хәтер кисәһе йөрәктәргә – дәрт, күңелдәргә рух өҫтәне. Заманында дөрөҫ һүҙен ваҡытында әйткән, 1957 йылда уҡ туған телен яҡлап шиғыр яҙған, шул арҡала эҙәрлекләүҙәргә дусар булған, телем, илем, халҡым, тип янған шағирыбыҙ халҡы йөрәгендә мәңге йәшәр.

Әлфирә ДАУЫТОВА,
Мәләүез механика-технология техникумының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға