«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Нимә түгел, ә нисек?



03.04.2012 Нимә түгел, ә нисек?

Бер батша ауыҙындағы бөтә тештәренең дә бер-бер артлы ҡойолоп бөтөүе хаҡында төш күрә. Бик ҡурҡып, янына һарайындағы төш юраусыны саҡыртып ала. Тегеһе батшаны иғтибар менән тыңлағандан һуң ҡайғылы төҫ менән:
– Тәңре, һиңә ҡот осҡос хәбәр еткерергә тейешмен. Һин бер-бер артлы бөтә яҡындарыңды ла юғалтып бөтәсәкһең, – ти.
Был һүҙҙәр батшаны сығырынан сығара, ул бик асыуланып, төш юраусыны төрмәгә ябырға бойора.
Шунан икенсе «төштәр белгесе»н саҡырта. Быныһы ла батшаны иғтибар менән тыңлай һәм:
– Батшам, – ти, – мин бик шатлыҡлы хәбәр хаҡында әйтергә тейешмен – һин үҙеңдең бөтә яҡындарыңдан да оҙағыраҡ йәшәйәсәк­һең!
Батша был һүҙҙәргә бик шатлана, нимә эшләргә белмәй. Төш юраусыны яҡшы бүләктәр, алтын, мул итеп аҙыҡ-түлек биреп оҙатып ҡала.
Тәңренең хеҙмәтселәре, иҫтәре китеп:
– Һин дә бит элекке төш юраусы әйткән һүҙҙәрҙе еткерҙең. Ни өсөн уны төрмәгә япты, ә һине ҙурланы? – ти.
‒– Эйе, беҙ икебеҙ ҙә батшаға төшөн бер үк төрлө аңлаттыҡ. Тик иң мөһиме – нисек еткереү, – тип яуаплаған ир.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға