05.10.2010 Пианист
Бер бик сибәр ханым ресторанда өҫтәл артында ҡабаланмай ғына бокалынан шарап эсә. Тирә-яғында халыҡ бик күп. Бөтәһе лә тәмәке төтөнө аҫтында ҡыҙып-ҡыҙып нимәлер хаҡында һөйләшә, бәхәсләшә. Залда бик ныҡ тауыш һәм күңелле. Залдың бер яҡ мөйөшөндә рояль ултыра, ә уның артында бик бойоҡ ҡиәфәтле ир ниндәйҙер күңелһеҙ көйҙө уйнай. Уға хатта бер кем дә иғтибар ҙа итмәй. Уның көйө, залдағы шау-шыуға күмелеп ҡалып, бөтөнләй ишетелмәй.
ҡатын бик оҙаҡ һәм иғтибарлы итеп пианисҡа ҡарап ултырҙы. Ниһайәт, түҙмәне, пианист эргәһенә килде лә, көр тауыш менән:
– Һеҙ теш һыҙлағандағы һымаҡ уйнайһығыҙ. Ни өсөн ябай ғына итеп, үҙегеҙ өсөн генә уйнамайһығыҙ?! – тине.
Пианист көтөлмәгән хәлгә аптырап ҡалды. Әммә бер аҙҙан тағы уйнай башланы. Былар инде бөтөнләй икенсе төрлө көйҙәр ине. Музыкант үҙе өсөн уйнаны. Уға бөтә зал бөтөнләй юҡҡа сыҡҡандай тойолдо, музыка һәм үҙенән башҡа берәү ҙә юҡ икән тип хис итте. Ул бик күптән музыкант булырға хыялланыуын хәтеренә төшөрҙө.
Уйнап бөткәс, бөтә халыҡтың ҡарашы үҙенә төбәлгәнен күрҙе. Улар иҫтәре китеп уның музыкаһын тыңлаған икән. Бер аҙ тын торғас, бөтәһе лә аяҡ үрә баҫып, пианисҡа ҡул саба башланы.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.