«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ҡояш нуры хаҡында



27.03.2012 Ҡояш нуры хаҡында

Бер ваҡыт Нур ҡояшҡа:
– Һәр көн һайын Ергә осоп барып, бөтә тереклекте йылытам. Әммә минең кеше йөрәген йылытҡым килә, – тигән.
– Яҡшы, – тип ризалашҡан ҡояш. – Ул осҡон кешегә бөйөк ижад итеүсе булырға ярҙам итһен. Тик кешеләр­ҙең «иң-иң»дәрен һайла.
Нур Ергә осоп килә лә: «Йә, Хоҙай, кем иң яҡшы кеше икәнен нисек беләйем икән?» – ти. Көтмәгәндә ул бер йәш егеттең:
– Минән бер нәмә лә килеп сыҡмай. Рәссам булыр­ға хыялланғайным, буяусы булдым. Бер ҡыҙҙы өҙөлөп яратам, ә ул миңә ҡарамай ҙа, – тигән күңелһеҙ тауышын ишетә.
– Һинең бит талантың, йәшлегең һәм оҫта ҡулдарың бар, – тип Нур балҡып китә лә, егеткә ҡояш утын бүләк итә.
Ут кешенең йөрәгендә балҡый һәм уға күҙҙәрен күтәрергә, иңбашын турайтырға бойора. Егет буяуҙарын алып, һөйгәненә матур сәскә шәлкеме төшөрә. «Был бит мөғжизә!» – тип ҡыуана ҡыҙ. Һәм ошо көндән ҡыҙ ҙа егеткә ғашиҡ була.
Аҙаҡ буяусы егет заказсының өйөн иҫ киткес итеп буяй. Тегеһенең иҫе китә һәм:
– Мин һеҙҙе буяусы ғына икән тиһәм, һеҙ ысын рәссам. Йортом сәнғәт әҫәренә әүерелгән бит, – ти.
Нур ҡояш эргәһенә әйләнеп ҡайта ла ғәйепле төҫтә:
– Мин бит иң яҡшы кешене эҙләп табырға кәрәклеге хаҡында бөтөнләй онотҡанмын. Утты беренсе осраған кешегә бүләк иттем дә ҡуйҙым, – ти.
– Һин кешегә ышанғанһың, ә һинең ышанысың уға иң яҡшы кеше булырға ярҙам иткән, – тип балҡыған ҡояш.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға