05.10.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!
«Кисә үҙем өсөн өр-яңы донъя астым. Автобуста пассажирҙарҙың нимә хаҡында һөйләшкәнен, машиналар геүләүен, кондукторҙың секунд һайын юл хаҡын түләүҙе һорағанын, иҫеректәрҙе автобустан ҡыуып төшөргәнен ишеттем – плеерымды яңылыш өйҙә онотҡанмын!»
* * *
ҡунаҡханала бер бик бай кеше, башы ауыртып, төш ауышҡанда ғына уянып китә. Ул администраторға шылтыратып, ҡысҡыра:
– Һеҙ мине иртәнге сәғәт 6-ла уятырға тейеш инегеҙ. Мин бит самолетҡа һуңланым!
– Ғәфү итегеҙ, – ти администратор. – Беҙ һеҙҙе сәғәт 6-ла уятмаҡсы инек тә, әммә ҡунаҡханаға 8-ҙә генә ҡайттығыҙ.
* * *
Ике «яңы урыҫ» һөйләшә:
– Кисә мин Ҙур театрға барғайным.
– Шунан? Нисек һуң?
– Беҙҙекеләр хоккейҙа еңде.
– Театрҙамы?
– Эйе, кафеларына ингәйнем, унда телевизор бар.
* * *
Иғлан:
«Партияға инер инем, КПРФ һәм ЛДПР-ҙы тәҡдим итмәҫкә».
* * *
Дауахана ҡапҡаһы эргәһендә интеллигент ир ҡулын һуҙып, күкрәгенә «Операция өсөн аҡса кәрәк, ярҙам итегеҙсе!» тип яҙылған табличка аҫып баҫып тора. Быны күреп, бер ханым:
– Һеҙгә нисек оят түгел, был бит бюджеттағы дауахана һәм бында бөтә операцияларҙы ла бушҡа эшләйҙәр, – ти.
Ир кеше ныҡ итеп көрһөнә һәм:
– Быны бик яҡшы беләм һәм миңә бик оят, сөнки мин ошо дауахананың хирургы, – ти.
* * *
– Йә, Хоҙай, һинең менән бәйләнгәндә мин ниндәй иҫәр булғанмын.
– Ә хәҙер? Өс бала, Ленин урамында хрущевка, эскесе ир – бик аҡыллыһың, эйеме?
* * *
– Күҙ алдыңа килтерәһеңме, – ти бер ханым әхирәтенә, – кисә магазиндан үҙемә шарф һатып алғайным, ул иремә оҡшаманы.
– Магазинға барып алмаштыр һуң, – тип кәңәш бирә әхирәте.
– Һин нимә, – ти ханым, – ҡайҙа ирҙәрҙе алмаштыра торған магазин күргәнең бар?
* * *
Ир-ат һунарҙан ҡайта.
– Эйе, бөгөн нишләптер һунар бик шәптән булманы.
– Шулай шул. Әллә өйрәктәр бик бейек осто, әллә беҙ эттәрҙе түбәнерәк бәрҙек...
* * *
«Дүрт көн ҡырынмағайным, курткам урланған кеүек күренә».
* * *
– Юҡ, юҡ, мин балыҡтарҙы тонсоҡторманым, ә, киреһенсә, күлгә динамитты яңылыштан ғына тоҡанып киткән фитилде һүндерер өсөн ташланым. Ә кәмәмдәге балыҡты магазиндан һатып алдым. Ә унан алынған чегым һыуға батты.