«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



23.03.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Карнегиҙы уҡыным да, иртәне йылмайыуҙан башлаясаҡмын, тип уйланым. Көндөң тәүге яртыһында бөтәһенә лә тиерлек йыл­май­ҙым, күптәренә ысын күңелдән тиерлек. Төш еткәс, етәксем саҡыртып алды ла:
– Тағы эшкә төшөрөп килһәң, ҡыуасаҡмын, – тине.

* * *
Трассала документтарын өйөндә онотоп ҡалдырған водителдән дә яҡшыраҡ һәм һағыраҡ йөрөүсене осратмаҫһың.

* * *
– Әҡлимә Әсҡәтовна, уҡытыусы булараҡ, әйтегеҙ әле, бөгөн был һөнәр буйынса эшләүе ауырмы?
– Ауыр булмаған ҡайҙа ул. Сөнки уҡытыусы – директорҙан, директор – РОНО-нан, улар – министрҙан, министр – ата-әсәләрҙән, ата-әсәләр балаларынан ҡурҡа. Тик балалар ғына бер кемдән дә ҡурҡмай…

* * *
Яңы эшкә урынлашҡан уҡытыусы:
– Шунан, миңә ниндәй бүләктәрегеҙ бар? – ти.
– Юҡ.
– Бар, – ти бер студент.
– Һорауымды бер аҙ яңылышыраҡ бирҙем, буғай, – ти уҡытыусы, –дөрөҫө былайыраҡ: төркөмдә отличниктар бармы? Әлегә тик берәүҙе генә күрәм...

* * *
Дөйөм йыйылыш бара, райком секретарына һорау бирәләр:
– Әхнәф Әлтәфович, әйтегеҙ әле, һеҙ колхоз рәйестәрен һайлап ҡуяһығыҙмы, әллә килтерепме?
– Килтереп һайлап ҡуябыҙ, – тигән теге.

* * *
Ике таныш ҡатын осраша.
– Минең биш ҡыҙым, әммә бер генә кейәүем бар, – ти береһе.
– Минең бер генә ҡыҙым бар, ә биш тапҡыр кейәүгә сыҡты, – тигән икенсеһе.

* * *
– Әйтегеҙсе, һеҙ Иҙрисов тигән кешене беләһеҙме? Ул элек төрмәгә ҡаршы йәшәй ине.
– Беләм, ниңә белмәҫкә? Хәҙер ул өйөнә ҡаршы йәшәй...

* * *
ЮХХДИ инспекторы ҡот осҡос тиҙлек менән елдереүсе машинаны туҡтата.
– Һеҙ нимә, бында бит иң ҙур тиҙлек сәғәтенә – 60 саҡрым, ә һеҙ 120 менән бараһыҙ, – ти.
– Иптәш инспектор, беҙ бит икәү, – тигән машиналағы егеттәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға