«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Күңелдәрҙә – шағир йыры, дауам итә шағир йылы



23.03.2012 Күңелдәрҙә – шағир йыры, дауам итә шағир йылы

Күңелдәрҙә – шағир йыры,  дауам  итә шағир йылы
Бындай ҙа айҙарға һуҙылған юбилейҙы мин иҫләмәйем. Быйыл Башҡортостанда, театр­ҙағы бЕр тамашасы әйткәнсә, Рәми Ғарипов йылы булды, тиһәң дә, арттырыу түгел. Шағир үҙе иҫән саҡта күрмәгән ҡәҙер-хөрмәтен икенсе ғүмерендә татый. Һүҙҙәремде ҡеүәтләп үтәм. Йыл башынан тиерлек „Ашҡаҙар” радиоһы Рәми Ғарипов айы иғлан итте. Аҙнаһына әллә нисә тапҡыр шағирҙың әҫәрҙәре, артистар башҡарыуында ла, үҙе уҡыуында ла яңғыраны, уның хаҡында ҡәләмдәштәре иҫтәлектәр менән уртаҡлашты. „Юлдаш” радиоһында ла Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ҡолаҡты иркәләне.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында Башҡортостан мәктәптәре уҡыусылары араһында ғилми-ғәмәли конференция үтте, ошонда уҡ шағир исемендәге премиялар тапшырылды.
Әҙиптең тыуған яғы − Салауат районының Арҡауыл ауылында яҙыу­сылар ҡатнашлығында осра­шыу­­ҙар уҙҙы.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәх­нәһендә аншлаг менән „Фев­раль. Буран...” (сценарий авторы – Зөһрә Бура­ҡаева) тамашаһы күрһәтелде.
Һәр районда, мәктәптәр­ҙә уҙған кисәләр хаҡында әйтеп тә тормайым.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы ҡәҙер һәм хәтер кисәһе шағир шиғриәтенең тантанаһына әйләнде.
Зәйнәб Биишева исемендәге „Китап” нәшриәте сығарған „Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады” тигән альбом (төҙөүселәре – шағир­ҙар ҡәҙим Аралбаев менән Ирек Кинйәбулатов) әлегәсә Башҡортостанда донъя күргән баҫмаларҙан айырылып торған ғәжәйеп бер бүләккә торош.
„Башҡортостан” гәзите Рәми Ғариповҡа арналған шиғырҙар конкурсын әле лә дауам итә...
Был исемлекте тағы әллә күпме һуҙырға мөмкин. Әммә халыҡ шағирына арналған йәнә бер сараға туҡталып китмәксемен. Ул – „Шоңҡар” республика йәштәр журналы уҙғар­ған „Минең Рәми” исемле интернет-конкурс. Баҫманың баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев әйтеүенсә, унда 2 йәштән алып 81 йәшкә тиклем 165 кеше ҡатнаш­ҡан. Республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән, хатта Американан килеп Башҡортостанда уҡытып йөрөгән Линдси Пигей ҙа шағир ижадына мөрәжәғәт иткән.
Ниндәй төн был,
Ниндәй айлы төн был,
Үлгем килә хатта шул саҡта.
Үлгем килә,
Тик мәңгегә түгел,
Бер минутҡа,
Һинең ҡосаҡта...
Күңелдәрҙә – шағир йыры,  дауам  итә шағир йылы
Америка ҡыҙы Линдсиҙың башҡортса матур итеп һөйләгәнен интернеттан 543 кеше ҡарап һоҡлан­ған.
Был мөләйем ханым менән мин тәүге тапҡыр Башҡорт дәүләт академия драма театрында таныштым. Янымда ултырған Фәнис ағай Исхаҡов: „Ана, уҡытыусылар эргәһендә Американан килгән бер ханым рәхәтләнеп башҡортса һөйләшә”, − тигәс, танышмай түҙә алманым. Янына барып, урыҫса һүҙ ҡушыуыма, ул миңә башҡортса яуап ҡайтарҙы. «Һеҙҙеңсә исемем Ләйсән була», – тине. Тик ҡайһы ваҡыт ҡына: «Аңламаным…» – ти ҙә ҡабат әйтеүҙе һораған кеүек көтөп тора. Шул арала Америка – башҡорт колледжында уҡытыуын, беҙҙә тормош иптәше менән икенсе йыл йәшәүен, тәүге йылда урыҫса өйрәнеүен, хәҙер башҡортса белергә теләүен, „Шоңҡар” журналында эшләгән Гөлнара Мостафина ярҙамында тырышып өйрәнеүен һөйләп өлгөрҙө.
Әңгәмәбеҙҙе тамаша башланыуы бүлдер­ҙе. Рәми Ғарипов хаҡындағы „Февраль. Буран...” тигән спектаклде оҡшатыуын да әйтте аҙаҡ. Һуңынан уны тағы бер тапҡыр барып ҡарағанын белдем. Телде өйрәнергә теләүсе сит ил кешеһе, Линдси шикелле иң башта уның яңғырашын тыңларға, һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тейештер, моғайын.
Әле килеп, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙған шағир юбилейында таныш ханымды тағы күреүемә һис тә ғәжәпләнмәнем. Интернет-конкурста башҡортса шиғыр һөйләп, ул тел өйрәнеүҙә белемен тағы бер баҫҡысҡа күтәргән. Иң мөһиме − шиғырҙың мәғәнәһен аңлап ятлаған.
Әллә ҡайҙан, океан аръяғынан килеп, башҡорт телен өйрәнеп йөрөгән ошо ҡатынға ҡарайым да үҙ туған телен белмәгән милләттәштәребеҙ өсөн оят булып китә.
Интернет-бәйгелә ҡатнашыусылар араһында күбеһенең Рәми Ғариповтың „Туған тел” шиғырын һайлауы ҡыуандыра. Бигерәк тә Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыу­сыларының ошо шиғырҙы күмәкләшеп бергә уҡыуы тәьҫирләндерә. Әйтеп аңлатҡыһыҙ көс был!
– Әбделмәмбәттәр беҙҙең конкурстың баһаһын, бәҫен күтәрҙе, – ти Азамат Юлдашбаев. – Шуға ла улар «Иң әүҙем ҡатнашҡан мәктәп» тигән исемгә лайыҡ булды. Бөрйәндәр Рәми Ғариповтың Өфөлә үткән кисәһенә саҡырыу менән бүләкләнде.
III урынға лайыҡ булған әбделмәмбәттәр тамаша һуңынан шағир­ҙың улы рәссам Азамат Ғариповтан саҡырыу ҡағыҙҙарына автограф яҙҙырып алды, фотоға төштө. Шул арала кемдер күренекле композитор Салауат Низа­метдиновты күреп ҡалды. Әлеге кисәлә уның да Рәми Ғариповтың фажиғәле „Табыныу” поэмаһына яҙған музыкаһы яңғыраны. Үҙе менән фотоға төшөү ҙә иҫтәлекле булды. Ә инде театрҙан сығыу­ға Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәми Ғариповтың ижадташ дуҫы Рауил Бикбаев менән дә фотоға төшөү бәхете тәтене.
Күңелдәрҙә – шағир йыры,  дауам  итә шағир йылы
Шулай итеп, Бөрйән районы уҡыусы­лары һәм уҡытыусылары өсөн Өфөгә килеү ғүмерҙәрендә онотолмаҫлыҡ ваҡиғаға әйләнде. Иң бәләкәс ҡатнашыусы, дүрт йәшлек Ирхан Үтәбаевтың шиғыр һөйләүен интернеттан 1800 кеше ҡараған. „Йә әле, беҙгә лә һөйләп күрһәт”, − тиеүебеҙгә ябай ауыл малайы, оялып-нитеп тормай, Рәми Ғариповтың „ҡыш” исемле шиғырын илһамланып һөйләп тә ебәрҙе. „Афарин”дан башҡа ни әйтәһең. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Ай­гөл Үтәбаеваның тырышлығын билдәләп китмәү мөмкин түгел. Әгәр бөтә мәктәптәр­ҙә лә ошондай һәр башланғысты күтәреп алырҙай, үҙ эшен яратҡан уҡытыусылар булһа, улар менән әллә ниҙәр атҡарыр­ға мөмкин.
Был кисәлә балалар шиғырҙарҙы артистар башҡарыуында тыңлап, уларҙы нисек һөйләргә кәрәклегенә оҫталыҡ дәрестәре лә алды бит. Мәҫәлән, VII кластан Фирғәт Шәмиғолов „Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай” тигән шиғырҙы һайлағайны конкурсҡа. Өфөлә ҙур сәхнәнән Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Әбүшаһмановтың ошо уҡ әҫәрҙе ҡайһылайыраҡ итеп башҡарыуын тыңлағас, үҙенең етеш­һеҙлектәрен дә күрҙе...
Әбделмәмбәттәр Рәми Ғарипов­тың төрлө шиғырҙарын һайлау­ҙары менән дә отҡан. Мәҫәлән, VII кластан Рәсих Дауытов „Ил тойғоһо”, IХ кластан Нурзилә Усманова „Кеше”, Фирғәт Шәмиғолов тағы „Төштәр” тигән шиғырын, III кластан Гүзәлиә Ғөбәйҙуллина „Урал йөрәге” исемле әҫәрҙәрен тәҡдим иткән.
„Сыйырсыҡ” шиғыры эргәһенә Рәми Ғарипов „Балалар өсөн тәүге шиғырым” тип теркәп ҡуйған.
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ!
Ояңдан осоп сыҡ!
Оҡшаһа был өйөң,
Түгелһен моң-көйөң!
Күңелдәрҙә – шағир йыры,  дауам  итә шағир йылы
Ниндәй өндәр яңғырашы! Йырлап торған шиғырҙы уҡыйһың да, шағир балалар өсөн ижад итһә лә бына тигән шиғри өлгөләр ҡалдырыр ине, тип уйлап ҡуяһың. Юҡҡамы ни уны хатта ике йәшлек балалар ҙа тиҙ генә ятлап ала.
Интернет-бәйгелә Баймаҡ районынан Гөлмирә Нарын­баеваның ошо шиғырҙы һөйләүе тамашасыларҙы айы­рыу­са һоҡландырған, уны бер меңгә яҡын кеше ҡараған.
Рәми Ғарипов­тың „Туған тел” шиғырын да балалар бик тиҙ ятлап ала. Әле байтаҡ йылдар элек үк танылған артистар Роза Аҡкучукова менән Фәрит Шәйхетдинов­тың (Бағанай һәм һүҙ оҫтаһы) улы Русландың бәләкәй генә сағында ата-әсәһе менән сәхнәлә сығыш яһап, ошо шиғырҙы һөйләп:
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ, –
тигәндән һуң, „тфү!” тип төкөрөп ҡуйыуы һоҡланыу ҙа, көлкө лә уята торғайны.
„Шоңҡар” журналы бәйгеһендә лә шиғыр уҡыусыларҙың күбеһе шағирҙың „Туған тел” шиғырын һайлаған. Хатта ике йәшлек балалар ҙа шуны һөйләй. Рәми Ғариповтың шиғырындағы халыҡсан образлылыҡ, һәр һүҙҙең урынында булыуы ана шулай балаларға ла өлкәндәр шиғырын берҙәй үк тиҙ ятлап алырға, күңеленә һеңдерергә ярҙам итә.
Интернет-бәйгегә тотош күҙәтеү яһарға йыйынмайым. Уны ҡарарға һәм һоҡланырға кәрәк. Журнал редакцияһы Межгорье ҡалаһынан I урын яулаған Лилиә Яҡшы­дәүләтованы кеҫә телефоны менән бүләкләй. II урын алған Күгәрсен ҡыҙы, БДУ студенты Гөлсәсәк Ибраһимова, Ишембай районының Маҡар ауылынан Лилиә Кө­мөш­баева, Әбйәлил районының Салауат ауылынан Нәркизә Ғүмәроваларға „Баш Арт” компанияһының футболкалары әҙерләнгән. Уларға Рәми Ға­риповтың шиғырҙарынан фә­һемле һәм аҡыллы юлдар яҙылған.
– Бер ай буйына барған конкурс олоһоноң да, кесеһенең дә әҙәбиәткә, шиғри һүҙгә битараф түгеллеген күрһәтә. Интернет селтәрендә „Бәйләнештә” сайтында „Рәми Ғарипов” тигән төркөм булдырылған. Улар араһында студенттар ғына түгел, ауылда йәшәүсе төрлө һөнәр эйәләре лә, эшҡыуарҙар ҙа бар, – ти „Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев. – Беҙҙең конкурста еңелеүсе булманы. Унда башҡорт рухы, Рәми рухы еңде. Был сығыштарҙы 10 меңгә яҡын кеше ҡараған. Йәштәр шиғыр уҡымай, тиҙәр. Дөрөҫ түгел. Әлеге конкурс шуның киреһен күрһәтте. Бөтә ҡатнашыу­сыларға ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Интернет-конкурсты ойоштороу­ҙа журнал хәбәрселәре Шамил Яубаҫаров менән Миңзәлә Асҡарованың да хеҙмәте ҙур.
− Быйыл Рәми Ғариповтың арабыҙҙан китеүенә 35 йыл булды. 35 йылда түгел, 35 көндә онотолоусы кешеләр бар. Ә Рәми Ғарипов ижады йылдар үткән һайын яңы яҡтары менән асыла бара, сағыуыраҡ булып балҡыуын дауам итә, − тине ҡәҙер һәм хәтер кисәһендә сығыш яһаусы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.
Ысынлап та, халҡым, телем, илем, тип янған ижадсыны халҡы ла, иле лә онотмай, күтәрә һәм ҡәҙерләй. Үҙенә тәтемәгән ҡәҙер әҙәбиәтте балҡыта, ҡалҡыта. Быйыл Башҡортостанда шағир йылы булды. Ә киләсәктә ул йәшәгән заманды Рәми Ғарипов быуаты тип атауҙары ла бик ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға