«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Союз рәйесле булды



20.03.2012 Союз рәйесле булды

Союз рәйесле булды
Йомала Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филорманияһының Бәләкәй залында Башҡортостан яҙыу­сыларының сираттан тыш XVI съезы үтте.
Тыныс шарттарҙа, артыҡ шау-шыуһыҙ ғына булған был ҡорҙа союз уставына үҙгәрештәр индерелде һәм идара рәйесе һайланды. Рәйеслеккә ике кандидатура – Рәлиф Кинйәбаев һәм Риф Тойғонов – күрһәтелде. РФ Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы һорауы менән Устав үҙгәртелде һәм уның буйынса, шулай уҡ РФ-ның йәмәғәт ойошмалары хаҡындағы яңы Законын үтәп, рәйес съезда ҡатнашыусыларҙың өстән ике тауышын йыйырға тейеш ине. Тәүге һайлауҙа ике кандидат та тейешле тауыш йыя алманы. ҡабатлап һайлауҙан һуң, 124 ҡатнашыусының йөҙҙән ашыуы рәйеслек вазифаһын Риф Тойғоновҡа ышанып тапшырҙы.

Морат ҒАРИФУЛЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға