09.03.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Әсәй, әсәй, – тип ҡысҡыра улы, – бер нәмә лә аңламайым, был күлдәкте бит быйыл ғына алдыҡ, ә уның яғаһы бәләкәсәйгән дә.
– Мин дә аңламайым шул, – ти әсәһе, – нисек итеп һин ең эсенә башыңды тыға алдың?
* * *
Бер „яңы урыҫ” „Рабинович-Брехер-Вайнштейн-Лидман-Кац һәм Иҙрисов” тип аталған адвокаттар контораһына килә лә:
– Минең эшемде Иҙрисов алып барыуын теләйем, – ти.
– Ни өсөн тап Иҙрисов һуң? – тип аптырай секретарь ҡыҙ.
– Беләһегеҙме, – ти ир, – мин нисектер ошо компанияға үтә алған үткер, зирәк аҡыллы һәм ҡыйыу кешегә ышанам.
* * *
– Ирек, дискотекаға бараһыңмы?
– Юҡ, китаптар аҡтарырға ултырҙым.
– Нишләп?
– Армиялағы ағайымдың присяга ҡабул иткәнен ҡарарға барғайным. Унан ҡайтҡас, университеттағы бөтә „бурыс”тарҙы тиҙерәк биреп бөтөрөргә булдым...
* * *
Пациент табиптың ҡулына аҡса тоттора, ә үҙе:
– Ҙур рәхмәт һеҙгә, – ти. Табип аҡсаға ҡырын күҙ менән генә ҡарап ала ла, риза булмаған тауыш менән:
– Ул тиклем арттырмағыҙ, зинһар, улай уҡ ҙур түгел дә инде, – ти.
* * *
Ир-ат ике төркөмгә бүленә: бер үҙе һыуытҡысты бишенсе ҡатҡа тиклем алып менә алырлыҡ һәм быны эшләтер өсөн аҡса түләрлек.
* * *
Һылыу ҡыҙ „парковка”нан үҙенең бәләкәй генә „Матиз”ында ҡуҙғалып китеү менән уның урынына ике ҙур „джип” инеп тә ултырҙы.
* * *
Олигархтан интервью алалар:
– Буш ваҡытығыҙҙы үткәрә торған берәй шөғөлөгөҙ бармы?
– Элек маркалар йыя торғайным...
– Ә хәҙер?
– Хәҙер маркалар бөтөрөлгәс, евролар йыям...