06.03.2012 Аҡыллы батша
Борон заманда бик диндар батша йәшәгән. Аҡса эшләр өсөн үҙ ҡулдары менән ҡөрьән китабын күсереп яҙып, кешеләргә һатҡан. Бик күп башҡа төрлө нәмә лә уйлап сығарып, эшләп һатҡан һәм шуның менән ҡаҙнаны байытҡан.
Бер заман батшалыҡҡа бик ҙур ғалим килгән. Батша был ваҡытта ҡөрьән китабын күсереп яҙып ултырған була. Ғалим уны бик оҙаҡ күҙәтә. Бер аҙҙан батша яҙыуынан туҡтап, ҡунаҡ менән һөйләшә башлай.
– Ғәли йәнәптәре, – ти ғалим, – үкенескә күрә, һеҙ яҙған бер һүҙегеҙҙә хата ебәрҙегеҙ.
Батша ғалим әйткән һүҙҙе ҡәләм менән уратып ала ла ҡырғыс менән ҡырып, шул урынға ҡунаҡ әйткән һүҙҙе яҙып ҡуя. Ғалимдың батша уны тыңлап, хатаны төҙәтеүенә иҫе китә. Һәм ул бынан бик ҡәнәғәт ҡала.
Тик ғалим китеү менән батша теге һүҙҙе яңынан юйып, элеккесә итеп яҙып ҡуя.
– Ни өсөн һеҙ тәүге яҙыу дөрөҫ булғас уны һыҙҙығыҙ? – тип һорай унан ярҙамсылары.
– Мин батша булһам да, ул өлкәлә ғалим миңә ҡарағанда күберәк белә. Тик, үкенескә күрә, был осраҡта ул хаталанды. Әгәр ҙә уға, һеҙ хаталанаһығыҙ, тиһәм, ғорурлығына тейер ине. Шуның өсөн дә уны уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмаҫ өсөн хаталы итеп яҙҙым. Әммә мин был һүҙҙе ҡалдыра алмайым, ни өсөн тигәндә, кешеләр хаталы китап һатып аласаҡ бит.
Минеңсә, үҙеңдең хаҡ булыуыңды белһәң дә, әгәр ҙә төҙәтерлек хата булһа, ҡунағыңдың кәйефен төшөрмәҫ өсөн уныңса эшләү хәйерле һәм дөрөҫ, – ти батша. – Әгәр ҙә инде ул батшалыҡ менән нисек идара итеү хаҡында кәңәш бирһә, уны тыңлар инемме? Әлбиттә, юҡ! Быныһы – бөтөнләй икенсе эш. Әммә кешенең үҙ өлкәһендәге белеменә һәр саҡ хөрмәт менән ҡарарға кәрәк…
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.