«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



28.02.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Мускуллы ҡыҙ менән танышырға теләйем.
– Ниңә?
– Уның менән төндә йөрөүе ҡурҡыныс түгел.
– Ә көндөҙ?
– Әй, был турала уйламаным.

* * *
– Был ниндәй интерь­ер?! Былар обоймы ни?! Яҡтылыҡ?! Йә, Хоҙай, был лампаларҙы ҡайҙан алдығыҙ?! Ә мебель?! Хәҙер мин шаңҡыйым!
– Шаңҡыма. Һин бит төрмәлә!..

* * *
Зоопаркка барып ҡайт­ҡас, уҡыусы малай былай тип инша яҙҙы: „Унда беҙҙең кейем элгесен башына таҡҡан боланды күрҙек”.

* * *
ҡыҙ егетенең миллион ярым һумлыҡ машинаһының капотына ҡаҙаҡ менән: „Мин һине ғәфү иттем!” – тип яҙҙы.

* * *
Гәзиттәге иғлан: «Гитарала уйнаусы һаңғырау ир насар күршеләрегеҙҙе урынына ултырта ала».

* * *
– Бәхет – үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа!
– Юҡ, киреһенсә – аяҡтарыбыҙҙа ул.
– Ни өсөн?
– Ике үлсәмгә бәләкәйерәк туфли һатып ал да көнө буйы шуны кейеп йөрө. Ә кисен шул туфлийҙарҙы һал­ғас, бәхеттең нимә икәнен һәм ҡайҙалығына бик яҡшы төшөнөрһөң!..







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға