21.02.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
Ике малай һөйләшә. Береһе:
– Мин шул тиклем ҡурҡам.
– Нимәнән? – ти икенсеһе.
– Атайым, яңы машина алғас, иҫкеһен һатып ебәргәйне.
– Шунан?
– Кисә кис әсәйем яңы малай һатып алырға йыйыныуҙары хаҡында әйтте.
* * *
Бер нәмәне лә алдан эшләмә, юғиһә береһе лә уның бик ҡатмарлы булыуына ышанмаясаҡ.
* * *
Джеймс Бонд 007-се – донъялағы иң серле агент. Уны бөтәһе лә белә.
* * *
– Атай, беҙҙең терпебеҙ ҡартлыҡтан үлдеме?
– Әлбиттә, улым, йәш булһа, КамАЗ аҫтынан йүгереп сығыр ине.
* * *
– Минең ике яңылығым бар.
– Әйҙә, яҡшыһынан башла.
– Һиңә кем, яҡшыһы бар, тине әле?..
* * *
– Мин 14 көн диетала ултырҙым.
– Шунан, күпме юғалттың һуң?
– Теп-теүәл ике аҙна.
* * *
Профессор – студентҡа:
– ХVІІ быуаттағы бөйөк химиктар хаҡында берәй нәмә һөйләй алмаҫһығыҙмы?
– Әлбиттә, алам, – тигән егет, шатланып, – улар инде күптән үлеп бөткән.