«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Күңел таҙалығы



21.02.2012 Күңел таҙалығы

Күпте белгән изге күңелле ҡарт йәшәгән. Ул һәр көн һайын бейек тау башына менеп, ҡаланы өҫтән күҙәтергә яратҡан. Бер көндө эргәһенә иңбашына янсыҡ аҫҡан юлсы туҡтаған һәм:
– Был ҡалала ниндәй кешеләр йәшәй? Төпләнеп йәшәр өсөн урын эҙләйем, – тигән.
ҡарт уға һорау менән яуап биргән:
– Ә һинең тыуған ҡалаңда ниндәй кешеләр йәшәй ине һуң?
– Эй, әҙәм аҡтыҡтары, ҡомһоҙ, бер кемгә бер ниндәй ярҙам ҡулы һуҙмаған, үҙҙәренән башҡаны белмәгән насар кешеләр. Уларҙан хатта ҡыш көнө ҡар ҙа һорап алып булмай. Бына шуның өсөн дә күсенеп китергә булдым! Ә һеҙ ҡарап торған ҡалала ниндәйерәк кешеләр йәшәй? – ти юлсы.
– Һиңә был ҡаланы урап үтергә кәңәш итер инем. Бындағы кешеләр ҙә тап һин киткән ҡалалағы һымаҡ, – ти ҡарт.
Юлсы үҙ юлы менән китә. ҡарт тағы яңғыҙы ҡала. Икенсе көндө лә уға тап ошо урында бер үткенсе осрай һәм ҡалала ниндәйерәк кешеләр йәшәүе менән ҡыҙыҡһына. Ул, бер аҙ йәшәр урын эҙләйем, ти.
ҡарт уға ла шул уҡ һорауын бирә:
– Үҙең ҡалдырған ҡалаңда ниндәй кешеләр йәшәй ине һуң?
– Улар хаҡында тик яҡшылыҡ менән генә иҫкә алырлыҡ, – ти юлсы. – Шул тиклем ярҙамсыл, яҡты күңелле, изге, йомарт, һуңғы ҡабым икмәге менән бүлешә торған кешеләр йәшәй унда.
Быларҙы ишетеп, ҡарт йылмая ла:
– Рәхим ит, улым, беҙҙең ҡалаға. Бында ла һин тап үҙең ҡалдырып киткән ҡалалағы һымаҡ кешеләрҙе осратырһың, – ти.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға