«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Рәхмәт һүҙе



17.02.2012 Рәхмәт һүҙе

Етмеш йәшем тулыу айҡанлы миңә йәнде иретерлек иғтибар һәм хөрмәт күрһәткән Таулыҡайға − ҡәҙерле ауылдаштарыма, ундағы осрашыуға күрше ауылдарҙан килеп еткән яҡындарыма, дуҫтарыма; Иҫәнғолға − мине арғымаҡлы иткән Ейәнсура районы хакимиәтенә, үҙәк район китапханаһының затлы заттарына, район мәҙәниәт һарайының сағыу сәнғәтселәренә, йәмәғәт ойошмаларына − бигерәк тә аҡһаҡалдарға, Ейәнсура баш­ҡорт гимназияһына; Башҡор­тостан Яҙыусылар союзына, хәстәрлекле әҙәби фондҡа, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана зыялыларына, «Башҡортостан», «Кызыл таң», «Йәшлек» гәзиттәре, «Ағиҙел», «Ватандаш», «Аҡбуҙат» журналдары редакцияларына, «Баш­ҡор­тос­тан» телерадиокомпанияһына; матбуғатта, шулай уҡ ижади кисәләрҙә баһалы, йылы һүҙ әйткән, юбилей сараларының мәртәбәһен күтәрешкән ҡәләмдәштәремә; төрлө тарафтарҙан изге теләктәрен еткергән шиғриәт һөйөүселәргә сикһеҙ рәхмәтемде, сәләмдәремде юллайым, йәнә лә бына был шиғыр юлдарын тағы бер иҫкә төшөрәм:
Шиғриәтем минең − тормош
моңо,
Ул − аҡыл һәм йөрәк хәтере.
Һин ҡәләмдәш − тимәк,
ҡәрҙәш иттең,
Һиңә, Ваҡыт, рәхмәт төшкөрө!

Хәсән НАЗАР,
Башҡортостан Республи­ка­һы­ның Салауат Юлаев
исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға