«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



14.02.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

− Бына һеҙ, милицияла бөтәһе лә яҡшы, тиһегеҙ. Улай булғас, ниңә унда кешеләрҙе 15 тәүлек кенә тоталар?
− Яҡшы нәмә күп булмай ул.

* * *
− Туташ, телефонығыҙҙы бирегеҙ әле.
− Бер күреүҙә ғашиҡ булдыңмы ни?
− Ғашиҡ булманым, был – талау.

* * *
− Мин ҡатыныма «Аҡсаны янда ҡалдырыу серҙәре» тигән китап бүләк иттем.
− Файҙаһы тейҙеме һуң?
− Теймәйме һуң, тартыуын ташланы.

* * *
– Эшеңдәге компьютерыңда «Синыфташ­тар» блокировать ителмәгәнме?
– Белмәйем.
– Был яуап өсөн эш хаҡыңды ике тапҡырға арттырырға кәрәк.

* * *
– Әҡлимә, бүләгемде һаман һаҡ­лай­һыңмы ни?
– Эйе.
– Минең менән бәйле бөтә нәмәләрҙе лә ташлап бөткәнһеңдер, тип уйлағайным.
– Йомшаҡ айыу балаһы һинең иҫәр булғаныңа ғәйепле түгел.

* * *
– Был спектаклде ҡараным. Икенсе тәнәфестән һуң ҡайтып китһәгеҙ, яҡшы буласаҡ.
– Ә ниңә икенсенән?
– Сөнки беренсеһенән һуң кейемдәрҙе ала торған урында сират бик оҙон була.

* * *
Ире компьютерҙа әллә ниндәй хайуандар­ҙы атып уйнап ултыра. ҡатыны иғтибарҙы үҙенә йәлеп итер өсөн:
– ҡәҙерлем, мин барҙа ниңә инде һиңә шундай килбәтһеҙ хайуан­дар? – ти.

* * *
Ире – ҡатынына:
– Етте һиңә, көнләшеп, ҡолаҡ итемде ашауың.
– Кем һиңә, көнләшәм, ти. Минең бит фантазиям һәм фекерләүем бик бай, – тигән ҡатыны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға