07.02.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
Янғын буйынса дежурныйға телефондан шылтыраталар:
− Беҙҙә ут сыҡты, ярҙам итегеҙ!
− Аңланым. Үҙегеҙ һүндермәгеҙ, хәҙер барып етәбеҙ.
* * *
Кейәү егете − кәләшенә:
− Әйҙә, һиңә туй бүләгемде күрһәтәм!
− Юҡ! Әсәйем миңә, туйға тиклем ярамай, тине.
* * *
Армияла ишеткәндәрҙән: − «Курсант иптәш! Нимә, шаҡып инергә телегеҙ юҡмы ни?
* * *
Шәфҡәт туташы ауырыуға кәңәш бирә:
− Әгәр табипҡа күстәнәс әҙерләгән булһағыҙ, быны бөгөн үк эшләгеҙ. Операциянан һуң һуң булырға мөмкин.
* * *
− Әгәр командировкала оҙаҡлап китһәм, мин һиңә телеграмма һуғырмын, − ти ире.
− Һуғып мәшәҡәтләнмә, мин ул тексты плащыңдың кеҫәһенән табып уҡыным инде.
* * *
− Дуҫ, һиңә ни булды? Битең тырналған, күҙ төбөң күгәргән, кейемдәрең йыртылып бөткән… Әйҙә, өйөңә оҙатып ҡуям.
− Кәрәкмәй, әле генә өйҙән сығып киттем.
* * *
− Сәләм, ниҙәр ҡыйратаһың?
− ҡыйратмайым, мин эштә.
* * *
− Һеҙҙең конторала нисә кеше эшләй?
− Сама менән өстән береһе.
* * *
– Айырылышҡандан һуң өйөбөҙҙө ҡатын менән тигеҙ итеп бүлдек: уға өйҙөң − эске, миңә тышҡы яғы ҡалды.