03.02.2012 “Тиҙҙән ҡояш түбән төшөп, гөрләүектә битен йыуыр”
(Шағирҙың бер ҡайҙа ла баҫылмаған шиғырҙары)
Бынан бер йыл элек фажиғәле вафат булған Ғилман Ишкининдың бер ҡайҙа ла баҫылмаған шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Унда шағирҙың булмышы ла, асылы ла, был фани донъяны ташлап китеүен һиҙенеүе лә сағылыш тапҡан шикелле. Автор нисек яҙған, тыныш билдәләрен нисек ҡуйған, шул килеш ҡалдырырға тырыштыҡ. Үҙенсәлекле, һәләтле шағир ине дуҫыбыҙ. Шуға үҙенсәлегенә лә, даһилығына ла ҡул тейҙерге килмәне...
***
Тиҙҙән ҡояш түбән төшөп
гөрләүектә битен йыуыр.
Тау битләүен майҙан итеп
алпан-толпан сығыр һыуыр.
Әй, һыҙғырыр ҡыуаныстан,
элеп алыр һабантурғай.
Тау битләүе гөрләп торор,
тәкмәс атышырҙар туймай.
Гәлсәр ҡарға битен ҡуйып,
һары ла күк умырзая,
сәпәкәйләп ултырыр ҙа,
йоҡоһона талыр ойоп.
Мин дә килеп һыҙғырырмын,
ҡарап һыуыр шатланғанын.
Ишетмәбеҙ ул да, мин дә
янда мылтыҡ шартлағанын.
Таң алдынан
Һандуғас һайраймы тиһәм,
ҡарабаш турғай икән.
Бер килгәс ни был донъяға
моңһоҙ ҙа булмай икән.
Йәш өйәңке бала япраҡ
ярған бер иртә икән.
Таң еле иркәләгәнгә
тәҙрәгә сиртә икән.
Уятты ла, зым-зыя юҡ
булды, шуҡ турғай икән.
Дауам итәм шул көйөңдө –
яҙмай ҙа булмай икән,
яҙмай ҙа булмай икән…
***
Зыяраттағы һиллек –
селек баҫҡан
буяуҙары уңған ҡәберҙәрҙе.
Урыҫтарҙа ябай: ҡырлы стакан
тулы хәмер, икмәк телеме.
Анһат сәбәп түгел, уйланылған
– тимәксемен, сөнки теремен.
Уларҙа бит, поп та хәмер эсә
(Беҙҙә лә бар ундай муллалар).
Сиркәү төптәрендә
мохтаждарға
хәйерҙе лә улар мул һала, имеш…
Зыяраттағы һиллек.
ҡошсоҡ булып
Кемдер йәне боҙа тынлыҡты.
Әруахтарҙың әллә иҫкәртеүе,
һынауымы беҙҙең ҡылыҡты.
Йондоҙҙарҙы баҫып бара айҙар
(Күк беҙҙеке икән – беҙҙеке).
Тик мүк баҫҡан ҡәбер ташы
кеүек
динебеҙҙән әллә биҙҙекме?
***
Иҙел ярында йөрөнөм
яңғыҙ аҡсарлаҡ менән,
ул ҡанатлы – уға рәхәт:
теләһә күккә менә,
теләһә сума Иҙелгә,
йәшәй донъяны айҡап.
Онотолоп йәйҙән ҡалған
әйтерһең бер аҡ ҡалпаҡ.
Елдәр, елдәр, көҙгө елдәр,
йәремдең аҡ ҡалпағын
эҙләп табышып бирегеҙ,
үкенескә ҡалмаһын.
Елдәр, елдәр, һеҙ ҡанатлы,
ҡанатлы инем мин дә.
ҡалпаҡлы ҡыҙҙы һағындым
был ғүмерем йәйендә.
Яңғыҙ аҡсарлаҡ уйнамай,
йылы яҡтарҙы уйлай,
иҫкән елдәр ыңғайына
Иҙел ярҙарын буйлай.
Хушлашмай ҙа ары осто
ел-дауылдарҙың ҡошо.
Күҙ алдымда – талпыныуы
ҡолағымда – тауышы…
***
ҡағыҙ күп тә,
бысратырға
ҡул бармай, күңел тартмай,
тәүәккәллектән төңөлгән
иртә бөгөлгән ҡарттай.
Эңгер-көңгөр үтә ғүмер,
уҙа ижад ғүмере.
Көн дә бер юл!
Юлһыҙ бер көн!
Аңдый килеп һүнерен.
Был кемдәрҙең яу яланы?
Сигенә унда кемдәр?
Тарихта эҙ сыймаҡларға
үҙҙәрен үртәгәндәр?!
Ашау өсөн йәшәгәндәр
әҙәмдәр һәм бәндәләр
мохтажлығы, ташҡа үлсәйем,
йәндә түгел тәндәлер?!
ҡағыҙ күп тә, бысратырға
табылырҙар – ул түҙер
заман ахрыһынаса –
мин әйттем, ошо һүҙем…
***
ҡатын-ҡыҙҙы, әйтәм,
йәшәй оҙағыраҡ,
һауа һулаһалар, эсһәләр ҙә
Хоҙай Тәғәләнең ҡоҙоғонан
тере һыуҙы бер үк,
ирҙәр мандый алмай,
иртә ҡаба
әжәл тоҙағына.
***
Маҡталыуҙан ялҡҡан йырсы
булырмы?
Нәфсеһен еңгән аусы булырмы?
***
Шиғриәт – һөйәркәм минең,
Хәләл ефетем түгел.
Ике ут араһында мин,
янмаһам – улар һүнер.
***
Һеҙгә лә киләме шул мәлдәр,
Һеҙҙә лә буламы шул хәлдәр?
Кеше шатлығына иҫең китеп,
үҙ ҡайғыңа йәшәү шөкөр итеп.
Төнгө ямғыр
Уйҙарымды уҡый көҙгө ямғыр,
Йоҡо алмай мине.
Уның ергә яҙғандарын
Уҡый алһам ине.
***
Күрәһеңме,
тормош беҙҙең яндан үтеп
бара?!
***
Ауыр көн.
Йөкмәп китеп булырмы?
***
Һеҙ ҙә минең кеүек,
дошмандарым,
Тулған айға ҡарап олоғоҙ.