03.02.2012 Ейәнсуралар шағирҙы ололаны
Сөләймән Абдуллин, Мәғфирә Ғәлиева, Хәсән Назар – ошо өс исемде әйтеү менән ниндәй район иҫкә төшә, тиһегеҙме? Әлбиттә, Ейәнсура! Һәр райондың йөҙөн билдәләүсе шәхестәре булған кеүек, үрҙә телгә алынған исемдәрҙе ниңәлер айырып ҡарау мөмкин дә түгел. Әллә һуғыш осоро балалары булғанғамы, әллә Өфөлә йәшәп тә, үҙ тыуған яғының патриоты булғанғамы, әллә исемдәре күптән халыҡ өсөн үҙ булһа ла, республика хөкүмәте яғынан лайыҡлы исем бик һуңлап ҡына бирелгәнгәме? Хәйер, Сөләймән Абдуллинға Башҡортостандың халыҡ йырсыһы исемен уның ҡәбер ташын эшләткән кеше өҫтәп тә ҡуйған. Мәғфирә Ғәлиева буйынса хата былтыр төҙәтелде – ниһайәт, БР Президенты Рөстәм Хәмитов уға маҡтаулы исем биреү хаҡында указға ҡул ҡуйҙы.
Ә үткән аҙнала Иҫәнғол ауылында Хәсән Назарҙың 70 йәше тулыуға арналған тантанала билдәле яҡташҡа халыҡ шағиры исеме биреү мәсьәләһе лә күтәрелде.
Дә-ә, ейәнсуралар данлыҡлы яҡташтарының ҡәҙерен белә шул. Ни тиһәң дә, республикабыҙҙың абруйлы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары икәү генә бит – береһе мәрхүм Дәүләт Мәһәҙиев булһа, икенсеһе – быйылғы ғинуар юбиляры Хәсән Назар.
Еренә еткереп, Күгәрсен менән Ейәнсура райондары сигендә икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршы алды район етәкселеге Өфөнән килгән делегацияны. Милли кейемдәге йәш һыбайлы егеттәрҙе йәлләп, Хәсән ағай, бынау һыуыҡта өшөтөп йөрөтмәһәләр ҙә ярай ине, тип көйөндө. Ә шулай ҙа уның йөҙөндә сағылған ғорурлыҡ тойғоһон һиҙмәйенсә мөмкин түгел ине – һынатманы яҡташтары, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне юлдаштары алдында.
Йома көн Иҫәнғолда бик күп осрашыуҙар үткәрелде. Үҙәк район китапханаһы директоры Нәзирә Кәримоваға, китапханасы Нурыя ҡунысбаеваға ҙур рәхмәт инде, улар, районда башҡорт мәҙәниәтен, әҙәбиәтен тотоп тороусы төп көс булараҡ, ҡунаҡтарҙың һәр минуты емешле үтһен өсөн бар көсөн һалған. Район китапханасылары, Ейәнсура башҡорт гимназияһында үткән осрашыуҙарҙа һүҙ бөгөнгө әҙәбиәт, матбуғат таратыу торошо, халҡыбыҙҙың бөгөнгө көнитмеше хаҡында барҙы.
Шуныһы ҡыуаныслы, 2012 йылда “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәрененең тиражы артҡан. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың күп төбәктәрендәге хәл бында ла күҙәтелә – эш юҡлыҡтан ир-егеттәр ситкә бәхет эҙләп сығып китергә мәжбүр. Район гәзитендә баҫылған мәҡәләнән күренеүенсә, Хәсән Назарҙың тыуған ауылы Таулыҡай эргәһендәге Яңыбай ауыл хакимиәтенән генә лә 300-гә яҡын ир вахта ысулы менән эшләй. Бына ҡайҙа ул беҙҙең киләсәгебеҙ, бына ҡайҙа ул башҡорттоң ауыл хужалығын, иҡтисадын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен күтәрергә тейешле көс! Ә бына ҡужанаҡ ауылынан ҡатын-ҡыҙҙар вахтаға күрше Ырымбур өлкәһенең ҡороюл ауылына йөрөй икән. Һыйыр һауырға... Бына ошондай күңелгә борсоу һалған һорауҙар ҙа күтәрелде осрашыуҙарҙа.
Ә кискелеккә халыҡ район мәҙәниәт йортона эркелде.
Ауылдарҙан уҡытыусылар, өлкән класс уҡыусылары ла килеп еткәйне – тамаша залында алма төшөрлөк тә урын ҡалманы – һәр кем шиғриәтебеҙ шоңҡарын күреп ҡалырға ашҡынды. Кисәлә әйтелгән юбилей теләктәре, бүләктәр хаҡында артыҡ ҡуйыртмай, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Басир Хәбибуллиндың шағирға йүгән бүләк итеүен генә әйтеү ҙә етәлер, моғайын. Йүгәне булғас, арғымағы ла булыр әле, тип өмөтләнде Хәсән ағай.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәшит Иҙрисов иһә халыҡ шағиры исеменең тиҙерәк рәсмиләшеүен теләне. Ауыҙыңа бал да май, Рәшит ағай, моғайын, Башҡортостандың киләһе халыҡ шағиры исеме Хәсән Назарға бирелер, тип өмөтләнәйек.
Ейәнсуралар бар яҡтан да талантлы шул. Ана бит, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Айҙар Мөхәмәтйәнов ҡулы аҫтындағы артистар хатта ҡайһы бер филармониялар көнләшерлек концерт әҙерләгән. Ул бейеүселәре, ул йырсылары, ул ҡурайсылары. ҡыҫҡаһы, шағир Хәсән Назар тыуған яғынан тағы ла әллә күпмегә етерлек дәрт, көс, илһам алып, Өфөгә ҡайтты. Киләсәктә тыуған яғына булған оло рәхмәте уның ижадында ла сағылыр, тип ышанайыҡ.
Хөсәйен Бәк.
Илшат НАЗАРОВ фотолары.