«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ



31.01.2012 Үәт, ҡыҙыҡ

Ир-егеттәргә: әгәр ҙә ҡәйнәгеҙ менән бик яҡшы мөғәмәләлә бул­һағыҙ, уның менән иҡтисад, спорт, балыҡҡа, һунарға йөрөү хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшәһегеҙ икән, ҡатынығыҙ менән бер аҙ асыу­ланышҡан ваҡытта ҡәйнәгеҙ гел һеҙҙең яҡлы, эштән һуңлап ҡайт­ҡан ваҡытта ла һеҙҙе яҡлашһа, иғтибарлыраҡ итеп ҡарағыҙ әле, бәлки, ул һеҙҙең ҡайнығыҙҙыр.

* * *
Уң ҡул ҡысыһа – танышыуға, ә һулы – аҡсаға, тиҙәр. Ә күп осраҡта ҡулығыҙҙы йыуырға кәрәк булғанға.

* * *
– Алло, полиция!
– Эйе, нимә булды?
– Минең өсөн ике ҡыҙ һуғыша.
– Шунан?
– Йәмһеҙерәге еңә, буғай.

* * *
– Һеҙгә нисә йәш?
– Ун һигеҙ.
– Һуң ике йыл элек тә шулай тигәйнегеҙ бит?
– Эйе, мин кисә – бер, иртәгә икенсе төрлө һөйләй торған кешеләр­ҙән түгел.

* * *
Ауылда бер ҡарсыҡтың бөтә тауыҡтары ла үлеп бөтә.
– Берәй эпидемиялыр, – тип уйлай ҡарсыҡ. Ә ейәне:
– һиңә флэшмоб ойошторғандар, – ти.

* * *
«Бөгөн ашығып ҡына иҫке джинсымды кейеп, биҙәнмәйенсә генә магазинға сыҡҡайным. Беләһегеҙме, мин кемде осраттым? Бөтәһен дә!»







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға