«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Һәр йырып сыҡҡан кәртә-ауырлыҡ – киләсәккә бер баҫҡыс»



20.01.2012 «Һәр йырып сыҡҡан кәртә-ауырлыҡ – киләсәккә бер баҫҡыс»

Йәш яҙыусы Гөлнара Мостафина киләсәктә кешеләрҙе уйландырырлыҡ әҫәрҙәр ижад итергә теләй
«Һәр йырып сыҡҡан кәртә-ауырлыҡ – киләсәккә бер баҫҡыс»
Мөләйем, баҫалҡы башҡорт ҡатын-ҡыҙы, ике өлгөлө баланың әсәһе, журналист, яҙыусы. Баймаҡ районының Билал ауылы ҡыҙы, “Шоңҡар” журналының яуаплы сәркәтибе Гөлнара Мостафина хаҡында һүҙ йөрөтәм. Һоҡланғыс гүзәл зат менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
− Гөлнара Дамир ҡыҙы, ҡулығыҙға ҡасан ҡәләм алдығыҙ?
− Бөтә журналист-яҙыусылар кеүек үк, мәктәптә уҡыған йылдарҙа мәҡәлә, хикәйәләрем “Пионер” (хәҙерге “Аманат”), “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) баҫмаларында, район гәзитендә һирәкләп булһа ла баҫылып торҙо. Редакция хеҙмәткәрҙәре, телең матур, һәләтең бар, күберәк яҙыш, тип дәртләндереп, яуап хаттары яҙа ине. Әммә, үҙ-үҙемә ышанысым етеңкерәмәгәнме икән, мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт университетында уҡый башлағас, яҙышыуҙан бөтөнләй туҡтаным. Кейәүгә сығып, бәләкәстәр булып киткәс, башкөллө донъя мәшәҡәттәренә сумдым. Тормош шулай була икән, тип уйлағанмындыр инде. ҡыҙҙарым үҫә төшкәс, эш эҙләй башланым. Әммә, билдәле, хеҙмәт стажы булмаған, оҙаҡ ваҡыт декрет ялында ултырған башҡорт теле уҡытыу­сыһын бер ерҙә лә көтмәйҙәр ине. Өфө ҡалаһының бер балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаштым. Был эштең минеке түгеллеген, минән яҡшы тәрбиәсе сыҡмаясағын йәнем-тәнем менән аңлай инем. Ана шунда алдыма һайлау килеп баҫты: йә баш баҫып көскә тапҡан эшемдә генә йөрөйөм, йә башҡа, һәйбәтерәк урын эҙләйем. Әлбиттә, икенсеһен һайланым. Тик был да анһат ҡына түгел ине, бер кем дә, бер ҡайҙа ла ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормағанлығын бер татығайным бит инде. Шул мәлдә һәләтемде яңынан иҫемә төшөрөргә тура килде. Мин яңы көс менән ижад итә башланым. Быны нимә өсөн әйтәм? Хоҙай әҙәмде һынап ҡарау өсөн алдына кәртәләр ҡороп ҡына тора. Бына ошо мәлдә юғалып, баҫылып ҡалмаҫҡа кәрәк. Сөнки баҫылған һайын баҫылаһың. Был сер түгел. Бик ныҡ теләһәң, хыялдарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин ул. Ә һин йырып сыҡҡан кәртә-ауырлыҡ – киләсәккә бер баҫҡыс.
Ижадыма ҡанат ҡуйыусы, оҙаҡ йылдар “Аманат” журналында эшләүсе Венер ағай Йәнбәковҡа ихлас рәхмәтемде белдерәм. Яҙыша башлаған саҡта уҡ биргән һәр бер кәңәше бөгөн дә ныҡ ярҙам итә.
Тәрбиәсе булып бер йыл эшләгәс, 115-се гимназияла рус балаларын башҡорт теленән уҡыта башланым. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, хеҙмәтемә ижади ҡараным. Әйтәйек, балалар баҡсаһында буш бер бүлмәгә индерҙеләр ҙә, уны йыһазландырып, яңы төркөм йыйып, эш башларға ҡуштылар. Уйынсыҡтар, дидактик материалдар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Күп уйынсыҡтарҙы үҙ ҡулдарым менән бәйләнем, тектем, балаларҙың зиһенен үҫтергән әйберҙәр әҙерләнем. Хәҙер, әлбиттә, улай ыҙаланмаҫ инем: ата-әсәләрҙән аҡса йыйып алып, кәрәкле нәмәләрҙе һатыр ҙа алыр инем (йылмая).
Мәктәпкә килгәс тә, булған дәреслектәр менән уҡыта башлағас, ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшә алмаясағымды аңланым. Дәреслектәр башҡортса бер генә һүҙ ҙә белмәгән балалар өсөн түгел ине. Бында нәҡ әкиәт-хикәйәләр яҙыуым ярҙам итте. Өйҙә ҡыҫҡа, еңел генә йөкмәткеле текстар, күнегеүҙәр төҙөп алып киләм дә, шулар буйынса телде өйрәнәбеҙ.
Мәктәптә туплаған тәжрибәм юҡҡа китмәне. Хәҙер бер йыл тирәһе Американан Өфөгә күсеп килгән бер ғаиләне шул система буйынса башҡорт теленә өйрәтәм. Хатта ҡайһы бер башҡорттар ҙа, башҡорт теле нимәгә ул, тигән фекерҙә торғанда, сит ил кешеләренең: «Төп халыҡтың телен дә, йолаларын да белгебеҙ килә», – тип тырышып тороуына һоҡланырға ғына ҡала.
Әҙерләгән материалдар бер китапҡа һыйырлыҡ булды. Киләсәктә шуны дәреслек итеп баҫтырғанда яҡшы булыр ине…
– Рус балаларына башҡорт телен уҡытыу бөгөн көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ысынлап та, шундай уҡыу әсбабы күптән кәрәк. Ул башҡорт теле уҡытыусылары өсөн яңы табыш булырына шик юҡ. Ә журналис­тикаға ҡасан килдегеҙ?
− Мәктәптә эшләгән йылдарҙа республика баҫмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башланым. 2003 йылда, “Шоңҡар” журналына журналистар кәрәк, әле конкурс бара, тигәнде ишеткәс, яҙмышымды һынап ҡарарға булдым. Ул саҡтағы баш мөхәррир Иршат Теләүембәтов, үҙем һәм яҙған әйбер­ҙәрем менән танышҡас: “Һеҙ был эшкә дәғүә иткән 29-сы кеше”, − тип блокнотына яҙып ҡуйҙы (йылмая). Бер аҙҙан мине конкурстан үтеүем менән ҡотлап, эшкә саҡыр­ҙылар. Тәүҙә өлкән мөхәррир булдым, унан яуаплы сәркәтип итеп ҡуйҙылар.
Йәштәр журналында тик йәштәр эшләй – шуның менән отабыҙҙыр, тип уйлайым: идеялары ла, эшләргә теләктәре лә ҙур. Уларҙың йоҡлағанда ла журнал, уны яҡшыртыу, нимә тураһында яҙыу хаҡында уйлап ятыуҙарына шигем юҡ. Беҙ бер ғаилә кеүекбеҙ – шатлыҡ-хәсрәттәребеҙ уртаҡ, шуғалырмы коллегаларым минең беренсе уҡыусыларым һәм тәнҡитселәрем дә. “Яҡшы, һәйбәт булған” тип торған саҡтарында ла йөҙҙәренә, интонацияларына ҡарап ҡайһы ерен эшләп еткермәгәнемде аңлайым.
− Балалар өсөн “Һағыҙаҡ балы” исемле китабығыҙ сыҡҡайны инде, яңыраҡ “Таш келәттең сере ниҙә?” тигән икенсе китабығыҙ донъя күрҙе. Уны яҙыуға һеҙҙе нимә этәр­ҙе?
− Бер мәл ҡыҙҙарым мөкиббән китеп үҫмерҙәр өсөн яҙылған детектив китаптар уҡый башланы. Шул саҡ уйға ҡалдым: ә ниңә башҡорт әҙәбиәтендә лә шундай әҫәрҙәр булмаҫҡа тейеш?! Шулай детектив стилендәге повесть яҙыу теләге менән янып киттем. Китаптың икенсе өлөшөндә төрлө ил хикәйәттәренә таянып яҙылған оҙон бер хикәйәм урын алған. Улар ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Шулай уҡ танауҙарына “еҫ” инә башлаған үҫмерҙәр өсөн беренсе мөхәббәт, дуҫлыҡ, хыянат хаҡында хикәйәләр ҙә бар был китапта.
Үҫмерҙәргә китапҡа ингән повесым оҡшармы-юҡмы, бөгөн шул һорау күңелемде борсой. Уларҙың фекерен көтәм. Киләсәктә тағы ла шундай стилдәге әҫәрҙәр яҙырға ниәт бар.
− Бөгөн йәштәргә әҙәбиәттә майҙан бар. ҡәләм тирбәтеүселәр хаҡында ниндәй фекер­ҙәһегеҙ?
− Үкенескә күрә, бөгөн “мин яҙыу­сы булам” тигән йәштәр­ҙе йыш осратмаҫһың. Йышыраҡ был шөғөл, хобби булараҡ, икенсе планда ҡала. Заман үҙгәреүе лә быға йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Йәштәргә ниндәйҙер этәргес көс кәрәк. Был йәһәттән гәзит-журналдар ойоштор­ған конкурстар яҡшы тип әйтер инем. Былтыр “Шоңҡар” журналы “2020 йыл проекты”н булдырғас (унда 2020 йылда нимәләр буласағын күҙалларға тейеш инеләр), иң һөйөндөргәне лә шул булды – студенттар әүҙем ҡатнашты. Күрәһең, был тап улар­ҙың темаһы булып сыҡты.
Журналист икмәген яҙышып тапҡан кеүек, яҙыусыға ла шундай мөмкинлек булһын ине.
Элек профессиональ яҙыусылар менән яңы ҡәләм тирбәтә башлағандар араһында бәйләнеш бар ине. Өлкән әҙиптәр кәңәштәрен бирә-бирә, йәш күңелгә ҡанат ҡуйып, уларҙың ижадын күҙәтеп бара ине. Әле лә, мәҫәлән, Башҡортостан Яҙыусылар союзы йәш ижадсыларға шефлыҡ ойошторһа, бик шәп булыр ине. Мәктәптә уҡыусылары менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ. Йәштәрҙең үҙ-үҙҙәренә ышанысын арттырырға кәрәк.
− Башҡорт әҙәбиәтендә балалар әҙәбиәте хаҡында фекерегеҙ.
– Элек беҙ “Тимур һәм уның командаһы”, “ҡо­рос нисек сыныҡты” кеүек китаптарҙы йығылып ятып уҡый торғайныҡ. Әле иһә улар бөгөнгө уҡыу­сыға ҡыҙыҡ түгел. Сөнки улар Тимур һәм уның дуҫтары кеүек кемгәлер бушҡа, былай ғына барып ярҙам итеүҙе башына һыйҙыра алмай. Советтар Союзы, коммунизм тигән һүҙҙәрҙе ишетеү менән генә лә уларҙа ниндәйҙер кире тойғо тыуа. Шуға күрә үҫмер­ҙәрҙе үҙҙәре аңлаған, уларҙы ҡыҙыҡһындырған әйберҙәр менән генә китап уҡыуға ылыҡтырып булалыр, тип уйлайым. Бәлки, шуға ла башҡорт балалар әҙәбиәте бер аҙ аптырап ҡалғандыр. Сөнки беҙ бөгөнгө йәш быуынды бик үк аңлап та бөтмәйбеҙ кеүек. Һаман да элекке кеүек сәйнәп ҡаптырғыбыҙ, үҙебеҙҙекен таҡҡыбыҙ килә. Әммә бөгөнгө быуын күпкә аҡыллыраҡ. Уларға йүнәлеш кенә бирер кәрәк, аҡыллыға ым да ишара тигәндәй, ни әйтергә теләгәнеңде үҙҙәре лә аңлаясаҡ. Киләсәктә йәштәр араһынан уларҙың үҙҙәренең тормошон сағылдырып яҙған яҙыусылар быуынының мотлаҡ ҡалҡып сығырына ышанам. Бөгөн балалар фәнтәзи, фантастика уҡый. Быны инде бала бәләкәй сағында әкиәт тыңлап-уҡып туймаған да, хәҙер шул бушлыҡты тултыра, тип тә аңларға мөмкиндер. Тиҙҙән әсәй­ҙәргә ошондай ише заманса әкиәттәр уйлап сығарырға тура килмәгәйе, тип ҡуям…
− Һәр ижадсы мотлаҡ тәнҡитҡә юлыға. Шунһыҙ булмайҙыр, тик бәхәстә генә хәҡиҡәт тыуа, тиҙәр бит. Тәнҡитҡә ҡарашығыҙ?
− Һәр кешенең үҙ фекере, үҙ ҡарашы, шуға күрә барыһы менән дә һүҙһеҙ килешеү мөмкин түгел. Ниндәйҙер тәнҡитте ҡабул итеп, хаталар өҫтөндә эшләйһең, ә ҡайһыларына артыҡ иғтибар бирергә кәрәкмәйҙер. “Киске Өфө” гәзитендә “ҡаяға һыйынған ҡайын” исемле повесым баҫылғайны. Фекерҙәр мин көткәнгә ҡарағанда күп һәм төрлө булды. Шул мәлдә аптырап та ҡалғайным хатта: тәнҡитселәрҙең ялҡынлы утына тотолғандан һуң, бер кем дә уҡымаҫмы икән инде, тиеберәк биргәйнем повесты редакцияға, әммә халыҡ иҫ киткес яратып ҡабул итте. Халыҡ фекеренең бик мөһим икәнлегенә инандым шунда.
− Илһам сығанағын ҡайҙан алаһығыҙ?
− Уҡыусыларым илһамландыра. Хикәйә-повестарымды яратып уҡыу­ҙарын күрһәм, артабан да яҙышырға дәрт уяна. Тағы яҙыусылар мөхитендә йөрөү, улар менән аралашыу ҙа ниндәйҙер кимәлдә илһам бирә. Әйтәйек, сюжет та бар, идея ла тыуған, әммә ултырып ҡына яҙырға ваҡыт еткерә алмай йә йыбанып йөрөгән сағыңда “Беҙҙең журналға (йә гәзиткә) берәй әҫәреңде бир әле” тигән һүҙҙәр менән иңеңә ҡанат ҡуялармы ни! Төн йоҡоларыңды онотоп, ижад итергә тотонаһың. Шулай уҡ ғибрәтле хәлдәр, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс тапҡан рухлы кешеләрҙең яҙмышы ла ҡәләм алырға этәрә. Хикәйәләремдә уларҙы сағылдырып, кешеләрҙе уйланырға, тор­мош­ҡа икенсе күҙлектән ҡарарға өндәгем килә.
− Ғаиләгеҙ хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине?
− Тормош иптәшем Фларис Салауат районынан. Өфөлә таныштыҡ, ғаилә ҡорҙоҡ. Ғаиләбеҙ бүтән ғаиләләрҙән әллә нәмәһе менән айырылмайҙыр ҙа, шулай ҙа ошо бәләкәй генә дәүләтебеҙ эсендә үҙебеҙҙең генә ҡанун-талаптарыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, балаларҙа башҡорт теленә, халҡына һөйөү тәрбиәләү, уларға бәләкәй генә саҡтарынан шәхес итеп ҡарау, үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтеү һ. б. Өлкән ҡыҙыбыҙ Лилиә 153-сө лицейҙа − 11-се, Гөлиә Рәми Ғарипов исемендә республика башҡорт гимназияһында 8-се синыфта уҡый. Нимәһе һоҡландыра: рустар араһындабыҙ тип тор­май­ҙар, башҡорттар менән рәхәтләнеп үҙ телендә һөйләшәләр. Шул мәлдә, ата-әсәһе башҡорт, татар булып та, әсә телендә аралашмаған балалар күҙендә ихлас көнләшеү күрергә мөмкин. Быға яҡшы уҡыу­ҙары, башҡортҡа хас баҫалҡы холоҡтары менән өлгәшкәндәрҙер, тип уйлайым. Өлкән ҡыҙым инглиз телен дә һыу кеүек эсә, туғыҙынсы кластан һуң бер йыл Америкала йөрөп ҡайтты.
− Киләсәккә ниндәй ижади пландарығыҙ бар?
− Бөтә булмышым менән ижадҡа сумып йәшәмәгәнлектән, был хаҡта ниҙер әйтергә ҡурҡыңҡырайым. Әммә шуны әйтә алам: яҙырға теләгән, күңелдә яҙылыу минутын көтөп ятҡан хикәйәләрем дә, повес­тарым да етерлек. Үҫмерҙәр өсөн дә, өлкәндәргә лә. Шул бер этәргес көстөң килеп ишек ҡағыуын ғына көтәм…
− Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Уңыштар һеҙгә!
Гүзәл БИКМӘТОВА







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға