«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



20.01.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

− Лотерея билеты алығыҙ. 10 һумға машина хәтле машина отоп була.
− Юҡ инде, иптәшкәй, ғәфү итегеҙ, үткәндә лә шулай тип һатҡайнығыҙ, ни бары мотоцикл ғына сыҡты.

* * *
Яңы ғына кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ әхирәтенә:
– Әсәйем миңә, ирҙе ҡулда тотор өсөн ҡатын-ҡыҙға ҡунаҡ бүлмәһендә – хеҙмәтсе, аш-һыу бүлмәһендә – ашнаҡсы, ә түшәктә фәхишә булырға кәрәк, тип өйрәтте, – ти.
– Шунан? – ти әхирәте.
– Мин хеҙмәтсе менән ашнаҡсыны ялланым, үҙемә түшәк кенә ҡалды.

* * *
– Әсәй, әсәй, – ти бәләкәй улы, – мин хәҙер бер тюбикта теш пастаһы күп­ме икәнен беләм.
– Күпме?
– Дивандан креслоға тиклем...

* * *
«Аҡса күп булған һайын мәшәҡәттәр ҙә арта. Тик был мәшәҡәттәр күп булғас, аҡса ла күп тигәнде аңлатмай».

* * *
Йәш егет барҙа ултыра. Уның эргәһенә һылыу ҡыҙ килә лә:
– Әгәр бөгөн кис яҡшы ял итергә теләһәң, минең исемем Бэтти, – ти.
– Ә әгәр мин яҡшы ял итергә теләмәһәм, һинең исемең нисек? – тигән егет.

* * *
«Иртән дачаға китә­һең, ә кисен ошо хәл бөтөргөс, ялҡытҡыс баҡсанан ҡайтаһың».

* * *
Бер аусы чукчанан hорайҙар:
– Нисек уйлайhың, донъяла иң ҙур hәм ҡурҡыныс ҡош ниндәй?
Чукча уйланып тора ла, елкәhен тырнай-тырнай:
– Дельтаплан. Мин ун тапҡыр атҡас ҡына ул кешеhен ебәрҙе, – тигән.

* * *
Ир төн уртаһында өйөнә ҡайта, ҡыңғырауға баҫа. ҡатыны ишекте асырға теләмәй. Ир:
– Тиҙерәк ас, мин ер йөҙөндәге иң матур ҡа­тын­ға рауза сәскәләре алып ҡайттым, – ти.
ҡатыны тиҙ генә ишекте аса, ир өйгә инә.
– Ә ҡайҙа раузалар? – ти ҡатыны.
– Ә ҡайҙа матур ҡатын? – ти ир эре генә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға