«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Шағир Рамай Ҡаһирға – 50 йәш



17.01.2012 Шағир Рамай Ҡаһирға – 50 йәш

Тау һәм кеше
Шағир Рамай Ҡаһирға – 50 йәш

Күкрәк киреп ғорур тауҙар тора,
Ел-дауылдан мәңге
ҡурҡмағандай.
Менгән һайын тауға бейегерәк,
Баш эйәләр беҙҙе хуплағандай.
Бында иркен, бында шундай
тыныс,
Шул тынлыҡта – тауҙар
йоҡлағандай.
Тауҙарҙа саф һауа һулағанда –
Рәхәтлектән йөрәк туҡтағандай.
Күкрәп киреп кеше алға атлай,
ҡайғы-хәсрәт афәттәрҙән
ҡурҡмағандай.
… Тормош үҙе баш эйәлер төҫлө –
Кешелектең эшен хуплағандай!

ҡарғалар һәм һандуғас

«Тапһын ине үҙ тауышын
Ошо кескәй һандуғас, –
Ике ҡарға һүҙ башланы
Ғәйбәт һөйләп, көн тыуғас, –
Һайрағанда бер ауаз юҡ,
Беҙҙеңсә, ҡарғаларса…»
Үҙ тауышын табыр әле
Һандуғас, Алла бирһә.
Һандуғасҡа халыҡ үҙе
Берәй саҡ ҡуйыр баһа.
… Ләкин ул еңеү яуламаҫ,
ҡарҡылдап ҡарғаларса!

ҡояшлы бер ғүмеркәйем

Шиғриәт – минең ҡояшым,
Ул күңелем яҡтыһы.
Һеҙҙең йөрәктәргә төшһөн
Уның мең-мең сатҡыһы!
Яҡтырып китһен күңелдәр,
Бөгөн бит шундай байрам!
Асып шиғриәт ишеген,
Мин һәр саҡ ҡалам хайран.
Иҫ китмәле донъя бит ул,
ҡарап туймаҫ хозурлыҡ!
Шунда нығына ҡанаттар
Йыһандарға осорлоҡ.
Унда барып инеүҙәре –
Үҙе бәхет, ғорурлыҡ.
ҡояшлы бер ғүмеркәйем
Йөҙ ғүмергә торорлоҡ!

ҡыш

ҡыш уртаһы. Ап-аҡ ҡарҙа
Иң матур, сағыу төҫтәр:
Алһыу миләш тәлгәштәре,
Майҙүгис, ҡыҙылтүштәр.
Донъя тылсымлы, күрәһең –
Һәр нәмәнең үҙ яйы:
Ышыҡта бала сығара
Кескәй шыршы турғайы.
Тәбиғәт йоҡлай сабыйҙай –
Күрә ул тәмле төштәр.
ҡар өҫтөндә ҡыш биҙәге –
Майҙүгис, ҡыҙылтүштәр.

ҡөҙрәт бар

Күрәһең, күк көмбәҙендә
Ябылмаҫтай тишек бар.
Нисәнсе көн туҡтамайса
Ергә яуа епшек ҡар…
Яуһын әйҙә, көрткә күмһен
Ерҙе ҡарҙың епшеге.
ҡояш – сабый йоҡлай әле,
Күктә – көмөш бишеге.
Ул уянып, бер йылмайһа,
Иреп бөтөр епшек ҡар.
ҡояш, кеше… Һәр берендә
Таш иретер ҡөҙрәт бар!

* * *
Мин күтәрә алмаҫ инем кеүек
Салауатҡа төшкән язаларҙы;
Бөгөлөп тә төшәм, күргәнемдә
Кескәй генә бәлә-ҡазаларҙы.
Ыһ та итмәй тормош бәреп-һуҡты
Минән күпкә көслө, таҙаларҙы.
Мин күтәрә алмаҫ инем кеүек
Батырҙарға төшкән язаларҙы.
Юҡ, күтәрә алыр инем, беләм,
Салауатҡа төшкән язаларҙы.
…Әгәр тойһам халҡым күңелендә
ҡанһыраған иҫке яраларҙы.

Һәр кешегә ярап булмай…

Һәр кешегә ярап булмай,
Теләк тә юҡ ярарға!
Кем оҡшатмай – урап үтһен,
Килдем шундай уйҙарға.
Дошман күргән йөҙөн борһон
Үткәндә йәнәшәмдән.
Мин яҡтылыҡ эҙләмәйем
Мунсала янған шәмдән.
Үҙ донъямды яҡтыртырлыҡ,
Шөкөр, бар үҙ ҡояшым.
Һәр кем хәленән килгәнсә
Яҡтырта үҙ донъяһын!

Күкрәк киреп

Йәшен йәшнәй, алыҫтарҙан
Күкрәп килеп.
Тауҙар тыныс, тауҙар тора
Күкрәк киреп.
Сүктереп булмай уларҙы
Бер ни биреп.
ҡаялағы ҡарҙар ғына –
Аға иреп.
Анау утлы йәшендәрҙән
ҡурҡмай тауҙар.
Күкрәүҙәрҙе тыныс ҡына
Тыңлай улар.
Шул тауҙарҙай йәшәй кеше
Күкрәк киреп.
Хоҙай уға биргән ғүмер,
Биргән ирек.

Әүлиә итеп күрәмен…

Инҡар итеп булмағандай
Гөл тулы баҡсаларҙы;
Әүлиә итеп күрәмен –
Үҙемдән башҡаларҙы.
Һәйбәт кеше – минең өсөн
Әүлиәләр затынан.
Йәштәренән дәрт аламын,
Үрнәк алам ҡартынан.
Урыҫмы ул, чеченмы ул,
Барыһы миңә туған.
Уларһыҙ мин Ер йөҙөндә
Ни бары бер саң-туҙан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға