17.01.2012 Тамуҡ һәм Ожмах ишектәре
Бер самурай, аҡыл эйәһенә килә лә: – Тамуҡ менән Ожмах бармы? Булһа, уларға инер өсөн ишектәр ҡайҙа? – тип һорай.
– Һин кем? – тип һорай унан аҡыл эйәһе.
– Мин самурай. Ғөмүмән, уларҙың башлығымын, – ти яугир. – Бик баһалы нәмә ул самурай булыу. Хатта император үҙе мине хөрмәт итә.
Аҡыл эйәһе көлөп ебәрә һәм:
– Һин самураймы? Үҙең бит ниндәйҙер йолҡош хәйерсегә оҡшағанһың, – ти.
Был һүҙҙәр самурайҙың ғорурлығына тейә. Ул бында ни өсөн килгәнен дә онотоп, ҡылысын сығарып, аҡыл эйәһен үлтермәксе була. Шул саҡ аҡыл эйәһе былай ти:
– Бына Тамуҡтың ишеге тап ошо инде. Асыу, ҡулыңдағы ҡылыс, мин-минлегең һәм үҙ ҡулдарың менән асасаҡһың уны.
Яугир бөтәһен дә анлай. Әкренләп кенә барыһына ла төшөнә. ҡылысын аҡыл эйәһенең аяҡ осона һала. Һәм шул саҡ аҡыл эйәһе:
– Бына ошонда Ожмах ишектәре асыласаҡ, – ти.
Ожмах һәм Тамуҡ һинең үҙеңдә, ишектәр ҙә. Әгәр бер нәмәгә лә төшөнмәһәң, ул – Тамуҡ. Ә инде бөтәһен дә аңлап, аҡыллы эш итһәң, был – Ожмах. Аҡылың бар икән – ожмах һәм аҡыл – ул икенсе кеше булыу сараһы. Тик кешеләр ниңәлер быларҙың бөтәһе лә тышта, ә уларҙың эсендә түгел тип уйлай. Ожмах менән Тамуҡ ғүмер аҙағында түгел, улар әле һәм хәҙер бар. Ишектәре һәр саҡ асыҡ. Һәм һин үҙең күҙ асып йомғансы Ожмах менән Тамуҡ араһын һайлаясаҡһың.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.