17.01.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
Әрмегә эләккән ике студент часҡа килгән полковникты күреп ҡала.
− Әйҙә полковникты шаяртабыҙ, − ти икән береһе икенсеһенә.
− Ректорҙы шаяртҡан да еткән, һөҙөмтәһен күреп тораһың бит, − тип ауыр һулап ҡуя икенсеһе.
* * *
– Һеҙгә нисә йәш? − тип һорайҙар бер ханымдан.
− Утыҙ тулды.
− ҡайһы йылда?
− Иҫәпләп ҡарарға кәрәк. Кейәүгә сыҡҡанда миңә − 20, иремә ҡырҡ йәш ине. Йәғни мин унан ике тапҡыр йәшерәк булып сығам. Хәҙер уға етмеш… Тимәк, миңә утыҙ биш йәш, тигән һүҙ.
* * *
Бер ҡоҙа баҙарҙа икенсе ауылдағы ҡоҙаһын осратҡан да уны өйөнә алып ҡайтҡан. Ултырышҡас, хужа ҡоҙа:
− Әйҙә, сәй ҡайнағансы тәмәке тартып инәйек әле! − ти.
Бер тарталар − сәй юҡ, ике тарталар, өс тарталар − сәй һаман юҡ. Ваҡыт кискә ауыша.
− Ярай, ҡоҙа, миңә ҡайтырға ваҡыт! − ти ҡунаҡ.
− Ярай инде, улайһа, хуш иттек. Икенсе килгәндә ҡоҙағыйҙы ла алып кил! − ти хужа.
− Эй, ҡоҙаҡайым, − ти ҡунаҡ, − ҡоҙағыйың тәмәке тартмай шул!
* * *
Доктор шәфҡәт туташына былай ти:
− Термометр алып, етенсе палатаға барығыҙ, ҡарағыҙ − ҡайһы ауырыуҙың ҡултыҡ аҫтында минең авторучкам ҡалды икән?
* * *
Хирург студент-практикантҡа һөйләй:
− Мин беләм, был − һинең беренсе операцияң. Һин тулҡынланаһың, әлбиттә. Әммә һаҡ бул, ауырыуҙы ярғандан һуң скальпелгә ҡаты баҫма − өҫтәлде тишерһең.
* * *
«Ашығыс ярҙам» табибы ауырыуҙы ҡарай:
− Миңә ҡалһа, һеҙҙе йылдар буйы ниндәйҙер зәхмәт ғазаплап, тормошоғоҙҙо ағыулап килә.
Ауырыу:
− Доктор, ҡатыным күрше бүлмәлә ултыра бит. Ишетһә, уның зәхмәте һеҙгә лә ҡағылыр әле.