«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



20.12.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Боксерҙы һәр кем ҡыйырһыта ала, әммә һәр кем дә ғәфү үтенеп өлгөрә алмай.

* * *
ҡарсыҡ бала ятҡан коляскаға үрелеп ҡарай ҙа:
– Йә, Хоҙай, ниндәй ма­тур игеҙәктәр! Икеһе лә малаймы? – ти.
– Юҡ, – ти атай кеше асыу менән, – һул яҡтағыһы – ҡауын.

* * *
Икәү осраша:
– Шунан, нисек?
– Һигеҙ.
– Нимә һигеҙ?
– Ә нимә шунан?

* * *
– Етте һиңә һәр ваҡыт: «Мин ярлы студент, аҡса юҡ», – тип илаулап ултырырға. Аҡса табыр­ға өйрәнергә кәрәк!
– Нисек табайым һуң, эш юҡ бит…
– Юҡты һөйләмә, йөҙләгән ысул бар. Бына, мәҫәлән: «Әсәй, метроға 25 һум бир әле!» Ә үҙең йәйәү китәһең…

* * *
– Һин – минең ҡошом…
– Ниндәй ҡош?
– Мейе соҡоусы.

* * *
– Табип әфәнде, һауығасаҡмынмы?
– Был минең үҙем өсөн дә бик ҡыҙыҡлы…
* * *
Патологоанатомдарҙың съезында фажиғәле хәл килеп тыуғас, бөтәһе лә бик шатланды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға