26.11.2011 “Һәр кемдең ҡалалыр бер йәдкәре”
Күренекле мәғрифәтсе-ғалим, шағир, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың (1841 – 1907) күптән түгел генә Башҡортостандың “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Йәдкәр” китабындағы шул исемдәге шиғырынан алынған был юлды тикмәгә генә мәҡәләнең атамаһы итеп ҡуйманыҡ. Уйлай китһәк, атай-олатайҙарыбыҙ беҙгә әллә нисәмә быуат һуҙымында бай матди, рухи йәдкәр ҡалдырған. Шул хәтирә-иҫтәлекте тейешенсә һаҡлау, өйрәнеү һәм киләсәккә ҡалдырыу хаҡында хәстәрлек күреү – бөгөнгө көндөң әүҙем эҙләнеүҙәр, етди эштәр талап иткән актуаль мәсьәләһе. Проблеманы уңышлы хәл итеү өсөн беҙгә киң әҙерлекле археологтар, этнографтар, фольклорсылар, тел һәм әҙәбиәт белгестәре, бигерәк тә текстологтар кәрәк. Уларҙы әҙерләү – бөгөнгө һәм киләсәк быуын башҡорт интеллигенцияһы алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе.
Шулай ҙа һуңғы өс-дүрт тиҫтә йыл арауығында рухи мираҫыбыҙҙы киң ҡатлам уҡыусыларға ҡайтарып биреү буйынса байтаҡ эш эшләнде: ҡол Ғәли, Салауат Юлаев, Т. Ялсығолов, М. Аҡмулла, Р. Фәхретдинов, Ғ. Соҡорой, Ф. Сөләймәнов, Ш. Бабичтарҙың ижад емештәре, боронғо һәм урта быуаттар, XIX – ХХ быуат баштары башҡорт әҙәбиәте антологиялары донъя күргән, фольклор әҫәрҙәрен барлап, фәнни йәһәттән баһалап, баҫтырып сығарыуҙа уңыштарыбыҙ тағы ла юғарыраҡ. Иш янына ҡуш, тигәндәй, М. Өмөтбаевтың шиғырҙарынан, тәржемәләренән, публицистик, тарихи-этнографик һәм фольклор яҙмаларынан төҙөлгән “Йәдкәр” йыйынтығы ана шул рухи мираҫыбыҙ донъяһын күпкә тулыландыра, уның идея-эстетик, фәнни кимәлен күҙ алдына асығыраҡ килтерергә булышлыҡ итә.
Йыйынтыҡты донъяға сығарыуға танылған әҙәбиәт белгесе, БДУ профессоры, 1917 йылға тиклемге башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире Ғиниәт Сафиулла улы ҡунафин күп көс һалған. Китап М. Өмөтбаевтың 1897 йылда баҫылып сыҡҡан ҙур булмаған йыйынтығы исеме менән аталған булһа ла, мәғрифәтсенең башҡа брошюраларындағы, Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур ҡалалары архивтарында табылған ижад емештәре иҫәбенә байытылған. Уларҙың берәүҙәре иҫке төрки һәм иҫке татар яҙма әҙәби телендә, икенселәре урыҫ телендә ижад ителгән. XIX – ХХ быуат башы осорона ҡараған әҙәби мираҫыбыҙҙы өйрәнеүгә тос өлөш индергән тәжрибәле ғалим Ғ. ҡунафин күренекле шәхесебеҙҙең ижад йәдкәрҙәре өҫтөндә текстологик эштәр алып бара. Уларҙы бер урынға туплап, системаға һалып, хәҙерге башҡорт әҙәби теле нормаларына яраҡлаштырып эшкәртеп, киң масса уҡыусыларына төбәп китап итеп баҫтыра. Ғалим тарафынан йыйынтыҡҡа индерелгән ижад емештәренең яҙылыу тарихы, табылған урыны, сығанаҡтары хаҡында ентекле аңлатмалар бирелә, күренекле мәғрифәтсенең тормошо һәм ижады хаҡында баш һүҙ яҙылған.
Текстологик эштәрҙе башҡарғанда, XIX быуат ижадсыһының стилен мөмкин тиклем һаҡларға тырышыу, шуның менән бөгөнгө көн уҡыусыһы ҡулланған әҙәби тел нормалары араһында тейешле нисбәт булдырырға ынтылыу күҙәтелә. Текстарҙа осраған бөгөнгө уҡыусыға аңлауы ауыр булған ғәрәп, фарсы, иҫке төрки һүҙҙәренә тәржемәләр бирелә бара.
Бөтә был эштәр, әлбиттә, йыйынтыҡты әҙерләүсенән етди ғилми әҙерлек талап итә. Профессор Ғ. ҡунафиндың үҙ алдына ҡуйған ғилми-ғәмәли эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауын, уны юғары кимәлдә башҡарып сығарыуын билдәләргә кәрәк.
Йыйынтыҡ бөгөнгө башҡорт әҙәбиәт ғилеменең заман талаптарына тейешенсә яуап бирерлек кимәлдә тороуын һәм уның текстология тармағының аҡрынлап баҙыҡлана барыуын асыҡ күрһәтеп тора.
Китапта бирелгән баш һүҙҙә профессор Ғ. ҡунафин Өмөтбаевтың рухи мираҫына бөгөнгө әҙәбиәт ғилеме бейеклегенән тороп баһа бирә.
Бында Башҡортостанда капиталистик мөнәсәбәттәр формалашҡан яңы социаль-иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа М. Өмөтбаевтың башҡорт ижтимағи фекерен, әҙәбиәтен үҫтереүҙәге, XIX быуаттың 30 – 50-се йылдарында М. Иванов, С. Күкләшев, М. Биксурин кеүек шәхестәрҙең ижади эшмәкәрлегендә һиҙҙертә башлаған мәғрифәтселек башланғыстарын билдәле бер идея-эстетик системаға, мөһим идеологик көскә әүерелдереүҙәге роле киң һәм төплө яҡтыртыла. Энциклопедик ҡоласлы ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән М. Өмөтбаев “Башҡортостанда патриархаль-феодаль иҫкелек ҡалдыҡтарына, урта быуат схоластикаһына, ижтимағи торғонлоҡҡа һәм колониаль иҙеүгә ҡаршы йүнәлтелгән дөйөм “яңырыу хәрәкәте”нең үҫеш юлдарындағы оло бер этапты билдәләне” тиеүе менән автор бик хаҡлы. Быны ғалим мәғрифәтсенең шиғриәтенә, публицистикаһына, тәржемәләренә, тарихи-этнографик хеҙмәттәренә, фольклор яҙмаларына идея-эстетик баһа биреү барышында ентекле дәлилләй. Бай фактик материалдар ерлегендә ул М. Өмөтбаевтың, үҙенән алдағы һәм замандаш ҡәләмдәштәренән айырмалы рәүештә, башлыса, көнбайыш халыҡтарының, шул иҫәптән рус халҡының фәнни-техник, рухи-мәҙәни ҡаҙаныштарына йүнәлеш тотоп эш иткән, үҙенең һәр ижад емешендә мәғрифәтселек идеяларын алға һөргән, заманы өсөн үтә мөһим проблемаларҙы күтәреп сыҡҡан, өр-яңы фекерҙәрҙе яңғыратҡан ғалим-новатор һәм әҙип булыуын күрһәтеп бирә. Мәғрифәтсенең шиғырҙарын, публицистик яҙмаларын анализлау процесында Ғ. ҡунафин уның туған халҡы яҙмышы өсөн янып-борсолоп йәшәгән, уны аң-белемгә, әхлаҡи камиллыҡҡа, рухи-мәҙәни прогресҡа, Хафиз, Сәғҙи, Науач, Шекспир, Гете, Пушкин, Толстой кеүек бөйөк таланттарҙың ижад емештәрен үҙләштереүгә өндәп кенә ҡалмайынса, халыҡтың нормаль йәшәүе һәм алға китеүе өсөн үҙ дәүләтселеге булыуы шарт тигән идея менән башлап сыҡҡан көрәшсе-әҙип, сәйәсмән-әҙип булыуын күҙ алдына баҫтырыуға өлгәшә. Ә инде уның тарихи-этнографик хеҙмәттәренә күҙәтеү яһағанда, ул М. Өмөтбаевтың асылда тыуған халҡы тарихындағы “аҡ һәм ҡара көндәрҙе” бөтә объективлығында фәнни нигеҙле яҡтыртырға ынтылған, халҡының тарихи ҡарашы, милли үҙаңы үҫешенә этәргес биргән тәүге башҡорт “Карамзины” булыуын күрһәтеп бирә. Мәғрифәтсенең фольклористика өлкәһендәге эшмәкәрлеге тураһында һүҙ алып барғанда, профессор иғтибарҙы уның халыҡ ауыҙ-тел ижадының ижтимағи-эстетик, фәнни-тарихи, әхлаҡи-этик ролен, халыҡ педагогикаһы нигеҙен тәшкил итеүен яҡшы аңлап эш иткән ғалим-педагог булыуына йүнәлтә. М. Өмөтбаевтың тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеген баһалағанда инде, уның башҡорт-көнсығыш, айырыуса башҡорт-рус әҙәби һәм мәҙәни бәйләнештәренең сағыу биттәрен хасил иткән, башҡорт әҙәбиәтен идея-художество, тел-стиль йәһәтенән байытҡан, Башҡортостанға бөйөк Гете, Пушкин, Толстой уй-ҡараштары юғарылығындағы идеяларҙы, донъяуи фекерҙәрҙе алып килгән юғары кимәлдәге художестволы тәржемә өлгөләрен тыуҙырған, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға тос өлөш индергән әҙип-новатор булыуын яҡтыртыуға баҫым яһай.
Бына ошондай киң ҡарашлы, энциклопедик ҡоласлы ижади шәхестең күп яҡлы эшмәкәрлеге емештәрен профессор Ғиниәт Сафиулла улы ҡунафин йыйынтыҡҡа тематик һәм хронологик принциптар буйынса эҙмә-эҙлекле төркөмләп урынлаштыра. Был алым мәғрифәтсе ғалим-әҙиптең төрлө йүнәлешле ижад панорамаһын уҡыусының күҙ алдына бөтә тулылығында эҙмә-эҙлекле баҫтырырға булышлыҡ итә. Йыйынтыҡтың төҙөлөү принциптары ла, баш һүҙе, комментарийҙары һәм һүҙлектәре лә уның фәнни һәм практик әһәмиәтен бермә-бер арттырып ебәрә.
Ғөмүмән, профессор Ғ. ҡунафин бик мөһим һәм кәрәкле фәнни-ғәмәли эш башҡарған. Уның тарафынан бөтә йәһәттән дә төплө уйлап әҙерләнгән һәм “Китап” нәшриәтендә зауыҡ менән баҫтырылып сығарылған бөйөк мәғрифәтсебеҙҙең йыйынтығы – Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының үткән осорҙағы тарихы, этнографияһы, фольклоры, әҙәбиәте, ижтимағи һәм фәнни фекере, мәҙәни-әҙәби бәйләнештәре менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн баһалап бөткөһөҙ рухи хазина ул. Шуға ла үҙ заманында уҡ милләт атаһы юғарылығына күтәрелгән ҙур талант эйәһенең был рухи байлыҡ тупланмаһы “Йәдкәр”ҙең бөгөнгө һәм киләсәк быуын уҡыусыларының, бигерәк тә йәштәрҙең рухи-мәҙәни, интеллектуаль үҫешенә хеҙмәт итәсәгенә, күңелдәре түрендә үткәнебеҙ менән бөгөнгөбөҙҙө тоташтырып торған рухи йәйғор булып урын аласағына, өҫтәл китабына әүереләсәгенә ышаныс менән ҡарарға тулы нигеҙ бар.
Зәкиә МЫРҘАҒОЛОВА,
филология фәндәре кандидаты,
БДУ доценты.