«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



29.11.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Принцтар юҡ, беҙгә тиклем тик аттары ғына килеп етә…

* * *
Мәскәүҙә Рәсәй пессимистарының беренсе съе­зы үтте.
Башҡаса съезд үткәрмәҫкә тигән ҡарар ҡабул ителде.

* * *
– Беҙҙең заводта шундай юрау бар – әгәр бригадир бик ҡаты итеп ҡысҡыра икән, тимәк, тағы кәрәк тракторҙы йыймағандар.
– Ә нимә йыйғандар һуң?
– Ана, нимә тип ҡысҡыра, шуны йыйғандар ҙа инде…

* * *
– Әхирәткәйем, иреңде нисек итеп иртә ҡайтырға өйрәттең?
– Ябай ғына. Ғәҙәт­тәгесә, бер көндө ул төн уртаһында ҡайтып инде, ә мин йоҡо бүлмәһенән: «Ғәли, был һинме?» – тип ҡысҡырҙым.
– Ә ул?
– Ул – Ирек.

* * *
– Һеҙ Робин Гудтың байҙарҙың аҡсаһын алып, ярлыларға биргәне хаҡында беләһегеҙме?
– Ә үҙе нимәгә йәшәгән һуң?
– Проценттарға!

* * *
– Ирназар, тракторҙа ҡайҙа китеп бараһың?
– Солярийға.
– Ә ниңә?
– Солярка артынан.

* * *
– Бына һеҙгә дарыуҙар.
– Мин уларҙы эсмәйәсәкмен!
– Ниңә?
– Сөнки һеҙҙең дарыу­ҙарығыҙ арҡаһында бюллетенем тиҙ ябыласаҡ.

* * *
«Һәр ҡатын-ҡыҙ йомаҡ кеүек булырға тейеш», – тине лә ҡыҙ бала, ребустар йыйынтығын ашап бөтөрҙө.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға