«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



22.11.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Халыҡ-ара университетта иғлан эленеп тора:
“Хөрмәтле Африка студенттары! “ҡойроҡт­ар”­ы­ғыҙҙы тиҙерәк тапшырып бөтөүегеҙ талап ителә!”

***
Ике әхирәт магазиндар буйлап йөрөй. Бер бутикка инәләр ҙә, һатыусынан үҙҙәренә кейем һайларға ярҙам итеүен үтенәләр. ҡыҙҙарҙың береһе:
– Буйым 180 сантиметр, ауырлығым – 55 килограмм, 90 – 60 – 90, сәсем һары...
ҡыҙҙарҙың икенсеһе:
– Наҙгөл, тыныслан! Һин бит “аська”ла ултырмай­һың!

***
Американдан:
– Ниңә һеҙ рустарҙы яратмайһығыҙ? – тип һорай­ҙар.
– Беләһегеҙме, – ти американ, – рустарҙың комплекстары бик күп… Зенит-ракета комплекстары…

***
Көйәләрҙең тормошо бик ауыр... Үҙегеҙ күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле: ҡышын – футболкала, ә йәйен – тунда...

***
– Бөтәгеҙгә лә тыныс ҡына ултырырға! Һәм барығыҙ ҙа кеҫә телефондарығыҙҙы бында килтерегеҙ!
– Был нимә, талаумы ни?
– Был – БДИ.

***
– Минең күршеләрем бик яҡшы музыка тыңлай. Улар уны тыңларға теләйме, юҡмы – уныһы мөһим түгел.

***
Бер бик йүнсел ҡатын ире командировкала йөрөгәндә никах балдағын һалмаһын өсөн шул бармағына „иҫәр” тип яҙҙыртты.

***
– Әсәй, кейәүең тағы минең ҡәҙерҙе белмәй, ҡарабойҙайҙы ашарға теләмәй!
– ҡыҙым, һин уға бутҡаны бешергәндә нисек тырышыуың хаҡында әйт.
– Ә уны бешерергә кәрәкме ни?

***
Ишек шаҡыйҙар. Тупһала тоҡ күтәргән йәш кеше тора.
– Сысҡан, ҡомаҡ, ҡандала, тараҡандар бармы?
– Юҡ!
– Улайһа, мәгеҙ, – тип, йәш кеше тоғон аса башлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға