«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Дүрт майшәм хаҡында



15.11.2011 Дүрт майшәм хаҡында

Дүрт майшәм тыныс ҡына өйҙө яҡтыртып, һәлмәк кенә ирене... Шул тиклем тын ине, шуға ла уларҙың һөйләшкәне ишетелде.
Беренсеһе: „Мин – Тыныслыҡ. Үкенескә күрә, кешеләр мине һаҡлай белмәй. Шуның өсөн дә һүнергә генә ҡала!” – ти һәм уның осҡоно һүнә.
Икенсеһе: „Мин – Ышаныс. Үкенескә күрә, минең дә бер кемгә кәрәгем юҡ. Кешеләрҙең минең хаҡта ишеткеләре лә килмәй. Шулай булғас, артабан яныуымдың мәғәнәһе юҡ”, – тип көс-хәл менән һүҙен әйтеп тә бөтә, еңелсә генә ел иҫеп, уны һүндерә.
Бик ныҡ төшөнкөлөккә бирелгән өсөнсөһө: „Мин – Мөхәббәт. Артабан яныр өсөн хәлем дә, көсөм дә юҡ. Кешеләр ҡәҙеремде белмәй һәм аңламай. Улар үҙҙәрен бөтәһенән дә нығыраҡ ярат­ҡан яҡындарын күрә алмай”. Оҙаҡҡа бармай, был шәм дә һүнә.
Көтмәгәндә бүлмәгә бер бала инә һәм, һүнгән шәмдәрҙе күреп, ҡото осоп: „Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Һеҙ янырға, балҡырға тейеш! Мин ҡараңғылыҡтан ҡурҡам!” – тип ҡысҡырып илап ебәрә. Шул саҡта тулҡынланған дүртенсе шәм: „ҡурҡма, тыныслан, илама! Мин балҡыған саҡта, башҡа өс шәмде яңынан тоҡандырырға була. Сөнки мин – Өмөт, – ти.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға