«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



15.11.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бер малай дарыуханаға инә һәм:
– Һеҙҙә ауыртыу­ҙы тиҙ генә баҫа торған берәй дарыу юҡмы? – ти.
– ҡайһы ерең ауырта һуң? – тиҙәр уға.
– Әлегә бер ерем дә, – ти малай. – Тиҙҙән атайым ата-әсәләр йыйылышынан ҡайтасаҡ.

***
Ир ҡатынына шылтырата:
– ҡәҙерлем, мине ҡотлай алаһың, хәҙер һинең ирең – депутат!
– Тағы алдашаһыңмы? – тип асыулана ҡатыны.
– Хәҙер миңә ниңә алдашырға? Мине депутат итеп һайланылар, тип әйтеп торам бит, – тигән ир.

***
Әгәр ҙә эттәр һөйләшә башлаһа, кешеләр иң һуңғы дуҫтарын юғалтасаҡ.

***
Бер ханым, бик ҡиммәтле тун һатып алырға уйлап, һатыусы эргәһенә килә һәм:
– Минең тунды өйгә килтереүегеҙҙе һорайым, әммә һеҙгә бер үтенесем дә бар, – ти.
Һатыусы, шундай ҡиммәтле тауар алырға уйлаған ханыма мөләйем йылмайып:
– Рәхим итегеҙ, ниндәй үтенес? – ти.
– Тунды алып килгәс, иң тәүҙә, яңылыштан ғына күршемдең ишегенә шылты­рат­һындар.

***
Корпоративтан ҡайтып ингән ҡатынына ҡарағанда командировканан ҡайтып төшкән ир сафыраҡ күренә.

***
– Киске сеансҡа ике билет бирегеҙ әле!
– Һеҙгә «үбешеү уры­ны»нанмы?
– Бәлки, хәҙер һеҙҙә «йоҡлар өсөн урын»дар ҙа барҙыр?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға