«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Бик һағынам, юҡһынам...



18.09.2010 Бик һағынам, юҡһынам...

Телефон аша ҡотлағайным оло ихтирамлы әҙибәбеҙҙе. Үҙенән-үҙе һүҙ бәйләнеп китте. Миңә ҡыҙыҡ, үткәндәрҙе белге, күренекле шәхесебеҙҙең фекерен ишетке килә. Ярайһы уҡ һөйләшеп ташлағанбыҙ Кәтибә Кинйәбулатова менән. Асыҡ хәтере, яҡты зиһене, һәйбәт ишетеүе менән хайран итте ул. Тик барыбер ҙә өлкән кешене бик маҙаһыҙлама, ул арый – әҙәп шулай тип тауыш бирҙе. Һөйләшеүебеҙ фәһемле һәм ҡыҙыҡлы тойолғас, теркәп тә барҙым. Бер остоғо менән һеҙҙе лә таныштырайым әле.
– Туғыҙ тиҫтәһен тултырған әҙибә бала сағын һағынамы икән?
– Һағынмай буламы? Егерме-утыҙ йәшемдә лә, һәр ваҡытта ла һағына торғайным. Ни ғүмер йәшәһәң дә, бала саҡ һәр ваҡыт яғымлы ғына итеп итәккә йәбешеп бара икән ул. Серһеҙ ҡарашы, тәтәй ҡулы менән.
Урамға ҡарап, донъя ағышын тойоп ултырам да, ҡом­лоҡ­та уйнап йөрөгән балалар янына йүгереп сыҡҡым килеп китә. Йүгереп, һикереп... Улар менән уйнағым, ҡыуанғым килә. Тик... йылдар үткән, уйнар мәле киткән.
Мин бала сағымда таҡмаҡҡа шәп булдым. Шунан күңелдә үҙенән-үҙе шиғри юлдар тыуа башланы. Бар кеше лә шулай таҡмаҡ-шиғыр яҙа, әйтә белергә тейеш, тип уйлай инем. Халҡымдың күңеле йыр-моңдан ғына яралғанғамы инде? Өлкәнерәк апай-еңгәләр­ҙең, юлда туҡтатып, әйҙә, Кәтибә, ошоға арнап таҡмаҡ әйт, шиғыр сығар әле, тип маҙаһыҙлағандары иҫтә.
Атайым берәй ни һораһа ла, орошһа ла, шиғыр менән яуап биргәнмен. Һин улай ғына ҡотола алмаҫһың, кем тәрилкәне ватты, тип ҡаты итеп һораша был бер мәл.
ҡулым уңған һәм тыңлаусан,
Кемдәр генә маҡтамай.
Тәрилкә үҙе тыңлауһыҙ,
Үҙе төштө ул, атай, – шулайыраҡ һамаҡлағайным, ныҡлы иҫтә түгел инде һамағы, атайым көлөп ебәр­ҙе. Атайым Кәрим Кинйәбулатов Арғаяш яғында (Силәбе өлкәһе) бик абруйлы уҡытыусы ине. Шуға уға талапсанлыҡ, бер аҙ ҡатылыҡ кеүек сифаттар ят булманы. Инәйем, беҙҙә, Арғаяшта, әсәйҙе инәй тиҙәр, эйе, инәйем бигерәк шиғри күңелле заттан ине, илаһи итеп йырлап та ебәрә торғайны. Йылы, йомшаҡ тауышы бына әле лә ҡолағыма салынып ҡалғандай. Мәрхүмдәр инде-е хәҙер...
Инәйемдең инәһе – ҡартнәйем Мәржиә ҡарсыҡ йыраусы булды. Бигерәк йыр сығарыуға әүәҫ ине. Миңә лә был бүләк унан йоҡҡандыр тим. Шиғыр ул үҙенән-үҙе тыумай, күңелең, эсеңдәге һағышың, шатлығың йыр булып сыға, ти торғайны. Икәүләшеп йыр сығар­ғанда, мин үҙемсә көйләп китһәм, кафияһы килешмәне бит, тип туҡтата ла ине. Уныһы ни тигән һүҙ булғандыр. Күрәһең, ритмы тура килмәгәндер (кеткелдәп көлә).
– Тыуған яғығыҙға ҡайтҡанығыҙ бармы?
– ҡайҙа, ҡарт кешегә? Төшөмә инһә, ҡанатланып китәм дә... Яҡын уҡ туғандарым да ҡалманы. ҡайта ҡалһам, яҡташтарым һырып ала, эй, беҙҙәге киң күңеллелек. ҡартатайым, инәйемдең атаһы ҡаҙан татары булған. Ул юҡҡа ғына, их, башҡорттарҙан да һәйбәт, күркәм кеше юҡ, тип, Арғаяшҡа килеп ултырмағандыр. Ана ул баяғы Мәржиә йыраусыны кәләш итеп алған да, ә ул данлыҡлы ҡолой кантондың ейәнсәренең ҡыҙы. Данлыҡлы нәҫелдән. Атайымдың абруйы бөгөн дә йәшәй тыуған яғымда, уны яратып, ололап иҫкә алалар. Һағынам Арғаяшымды. Шуға ла уға арнап әҙ шиғыр яҙмағанмындыр инде.
– Әле лә шиғырҙар яҙаһығыҙмы?
– Ана шул уйнап йөрөгән балаларға ҡарайым да, һайраған ҡоштарҙы тыңлайым да күңелем тулып китә. ҡулыма ҡәләм алам. Телевизор ҡарайым, гәзит-журналдар уҡыйым, юҡ, ҡартайҙым тип, ҡулымды төшөрмәйем. Тик бына шағир-шағирәләр һирәк шылтырата, һәр кемде донъя мәшәҡәттәре лә баҫып китәлер инде, тиңдәш-тиҫтерҙәр ҙә баҡый донъяға күсеп бөттө. Бер-беребеҙгә шиғырҙар уҡыш­ҡан саҡтар иҫкә төшә лә, иламһырау булып китә.
– Ижади дуҫтарығыҙҙан бигерәк тә кемдәрҙе һағынаһығыҙ?
– Бик тә Һәҙиә апайҙы (Дәүләтшина) юҡһынам. Килеп инә лә йомшаҡ итеп ҡосаҡлап ала ине. Яғымлы, наҙлы итеп. Шул йылыһын һағынам. Үҙе ниндәй генә ауырлыҡтар күреп йәшәмәһен, ана шул йылылығын, кешеләргә, донъяға булған йылылығын, юғалтманы ул. Тик иртәрәк үлде. Бик үкенесле шуныһы. Ул бөтәһенән дә юғары!
Беҙҙең Арғаяш яҡтарында Ғөбәй ағай менән ҡасандыр булғанмы ул, йәшәгән дәме, шуға, бик матур яҡтар, кешеләре яғымлы, тип маҡтап һөйләй, атайымды бик йылы иҫкә ала торғайны. Әллә шуға ла мине үҙ иткән, белмәйем, ҡыҙы һымаҡ күрҙе мәрхүмә.
Бер шулай, ул мине өйөнә алып ҡайтып китте. Бир әле ҡулыңды, тип етәкләп алды, үҙе, ҡалай усың бәләкәй генә, һиңә үҫергә, нығынырға кәрәк, тигән була. Үҙе лә наҡыҫ йәшәй, бер ҡалаҡ ҡаймаҡ һалып сәй эсергән булды. Ашап йөрө һин, Кәти, ти үҙе. Һәҙиә апай, сәй эсергә генә саҡырмағанһыңдыр, тим. Ул, юҡ, тип, яңы яҙған шиғырын уҡый, фекеремде һораша. Минән дә уҡыта. Шулай ижад менән йәшәне апай.
Һәйбәт булды апайҙарым. Зәйнәб апай (Биишева) үҙенсә ҡәҙерле. Ул һәр саҡ әрләне мине, шулайтып кеше шиғыр яҙамы, уйлай белмәйһең, тип ҡаты итеп тә әйтә торғайны. Үҙенсә беҙгә шулайтып яҙырға өйрәткәндер, аҡыл ултыртырға тырышҡандыр, тим хәҙер. Уларға барһам, Зәйнәб апай ашатып-эсереп сығарырға тырыша торғайны. Әле генә ашап килдем, тиһәм, башҡаса миңә туйып килеп йөрөмә, тип ҡәтғи өндәшә. ҡаты булһа ла, әсәйҙәрсә хәстәрлеге үҙенән-үҙе килеп сыҡҡандыр инде апайҙың. Әле уйлайым да, кешеләр элек ихласыраҡ, асығыраҡ һәм кешелеклерәк булған, тип ҡуям.
– Тиҫтерҙәрегеҙҙән Мостай Кәрим, Назар Нәжмиҙәр...
– Ихласлыҡтың, сафлыҡтың өлгөһө инде улар бына. Һәҙиә, Зәйнәб апайҙар кеүек, ил, әҙәбиәт тарихында мәртәбәле эҙ ҡалдыр­ған халҡымдың алтын бағаналары менән замандаш булыу, улар менән бергә шаярышып-шаулашып ғүмер итеү аңлаған кешегә бер бәхет инде ул. Беҙ тиңдәштәр, класташтар кеүек үҫтек, йәшәнек. Әҙәбиәттә лә аралашып, бер-беребеҙҙе уҡышып, фекерләшеп үтте ғүмеребеҙ. Тик улар иртәрәк ҡуҙғалды. Назар шаяныраҡ, Мостай баҫалҡыраҡ, тыйнағыраҡ булды. Рабфакта уҡығанда Назарҙың, оҙон толомомдан тартып, йә билемдән төртөп, ни хәл, малай, тип китеүе әле лә иҫтә. Үҙ күреп, малай, ти торғайнылар шулай. Бигерәк ҡыҙыҡ ине ул Назар. Бер өс-дүрт куплетлы шиғырымды уҡып сыҡты ла, бер юлында ғына шиғыр бар, ҡалғандарында юҡ, ти был. Мин, асыуым килеп, ҡағыҙ битен йыртып ташланым. Мостай мине йәлләп, Назарҙы тыйып ҡуя, Кәтибәне рәнйетмәйек әле, тигән була. Бер нисә минут үткәс, Назар алдыма аҡ ҡағыҙ килтереп һала, Кәти, мин һинең фекереңде йырттым шикелле, яңы фекерҙәреңә аҡ юл йәйәм, тип эскерһеҙ йылмая.
Иҫ киткес саф күңеллеләр ине улар. Эстәрендә бер ҙә бысраҡ тойғолар, яман уйҙар булманы. Ысын дуҫ булдыҡ.
ҡайһы бер баҫмалар уларҙы, татар шағирҙары, тип тә яҙа. Был бик тә хата. Улар йәш саҡта ла, олоғайғас та саф башҡорт телендә һөйләште. Бер татар һүҙен ҡуллан­һаларсы. Рабфакта башҡорт теленән Хөсни ағай Кәримов уҡытты. Һәйбәтләп, ентекләп аңлата ине. Әллә уның һабаҡтары шулай ныҡ һеңгәнме икән егеттәребеҙгә, тип көләм. Башҡорт телен яратып, һәр һүҙҙән тәм табып, һәр һүҙҙең ҡәҙерен белеп ижад итте халыҡ шағирҙары.
Улар нишләп иртәрәк ҡуҙғалды икән, тим мин бөгөн, уларҙы юҡ­һы­нып, һағынып та... Һуғышта ал­ған яралары тынғылыҡ бирмәгәндер. Иңдәрендә ил, халыҡ йөгө булды. Улар ҙа иҫән булһа икән дә бөгөн...

Кәтибә Кинйәбулатова
Яҙмышҡа


Донъя булғас, булыр
шатлығы ла,
ҡайғыһы ла торор атлығып,
Бөтәһен дә ҡабул итәм, донъя,
ҡарамаһаң, миңә ятһынып.
Шатлығын да, ҡайғыһын да
хатта
Өйөп-өйөп килтер алдыма.
Ни булһа ла килтер, тарһынма,
Тик өлөшһөҙ генә ҡалдырма.
Ауыр булһын, әйҙә, ауыр
булһын,
Күтәрәм мин уны, күтәрәм.
ҡайһыларын һалам иңдәремә,
ҡайһыларын башҡа түңкәрәм.
Әгәр булһа – әсәй һағышы,
Күҙ йәштәре икән баланың –
Йөрәктәрем аша үткәрәм.
Тик минән һуң тыуған кешегә
Еңел булһын, тим дә күтәрәм!
1967 йыл.

* * *
Күпме йәшәрмен мин –
белмәйем,
Етмеш микән, әллә һикһәнме?
Һикһән булһа, әле ғүмерҙең
Нәҡ яртыһын ғына үткәнмен.

Әжәл килһә әгәр иртәрәк,
Ялман ҡылысын миңә һелтәһә,
Сурта һыныр ҡылысы уртаға,
Өмөттәрем торор кәртәләп.

Өмөттәрем әйтер: – Йөрөмә,
Был тирәнән алыҫ кит һин, –
тип. –
Их, һин, әжәл, бына –
йыр бит беҙ,
Йырҙы нисек ҡылыс
киҫһен! – тип.

1961 йыл.


Мөнир ҡУНАФИН әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға